Мәңге йәшәр беҙҙең йөрәктәрҙә

Республикабыҙҙа бөйөк ша­ғирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләргә йыйыналар. Шул айҡанлы хәтер кисәләре уҙғарыу әүҙем бара. Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа унан ситтә ҡалманы. Мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Хабрахман ҡыҙы Сәйфуллина һәм VI «А» синыфы уҡыусылары «Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы» тигән бик фәһемле, ҡыҙыҡлы ижади-музыкаль кисә ойошторҙо.

Элина Харрасова менән Айҙар Мортазин алып барыу­сылар булараҡ, тормошона бай­ҡау яһаны, тамашасыларға ижады тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе. Арыҫлан Хәмитов, Тимур Мөҡсимов, Вилдан Сәғәҙәтов һәм Сыңғыҙ Ғарифуллиндар­ҙың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрен сәхнәләштереп, өҙөк күр­һәтеүе бик оҡшаны. Арыҫландың Кендек ролен ныҡ килештереп башҡарыуы күңелдәргә хуш килде. Афарин! III «А» синыфынан Гөлнәзирә Ғарифуллинаның – «Һауаларҙа, бейектәрҙә», Ильяс Хисаметдиновтың – «Россиянмын» һәм Фаил Абҙаҡовтың «Өс мөғжизә» (синыф етәкселәре – Г. Хужәхмәтова) шиғырҙарын тасуири, мәғәнәһен аңлап, башҡаларға еткерерлек кимәлдә һөйләй белеүе байрамға йәм өҫтәне. VI «А» синыфы ҡыҙҙары Луиза Авзалетдинова, Алина Ниғәмәтова, Элина Харрасова ла Мостай Кәрим ижадын ярата икән. Шиғырҙарын үҙҙәренә генә хас бер нәзәкәт менән уҡып ишеттерҙеләр. Ә Наҙгөл Ибраһимова иһә һәр кемгә лә таныш, күңелгә яҡын «Уҡытыу­сыма» йырын бүләк итте.
Ғөмүмән, гимназиябыҙҙа Мос­тай Кәримдең әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар, ятлайҙар, сәхнәләштерәләр. Тимәк, халыҡ шағирының данлы ижады бик күп йылдар буйы киләсәк быуындың хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ!

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code