Был донъяла ниҙәр бар?

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендәге «Тимербатыр» лагерында сит ил кешеләренән тәжрибә алыу осрағы тәүгеләрҙән түгел. Йәйгеһен бында Һиндостандан 19 йәшлек студент Бхавеш булғайны, әле яңыраҡ – 26 йәшлек Африка вәкиле – Фаруҡ Ибраһим. Балалар өсөн робот техникаһы лагерына ул «Aisec» ирекмәндәр фирмаһынан вожатый булып килгән. Каникул көндәрен ошонда уҙғарып, балаларға инглиз телен өйрәткән, ә үҙе башҡортса һөйләшергә ныҡ тырышҡан.
Фаруҡ урыҫ телен дә белмәй, тәү тапҡыр ҡар күргән. Бөрйән ере үҙенә бик оҡшаған.

* * *

Башҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә килеме түбән булған ғаиләләрҙән әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәргә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләр ошондай ярҙамға иҫәп тота ала.

* * *

Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу XI синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, тип хәбәр итәләр республиканың мәғариф министрлығынан. Ғәҙәттәгесә, йомғаҡлау һынау­ҙары өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алда – 21 марттан 11 апрелгә тиклем, төп – 28 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр һәм өҫтәмә – 4-15 сентябрҙә. 2018 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу буйын­са әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Барлыҡ фәндәр буйынса имтихан эштәренең варианттары Федераль педагогик үлсәүҙәр институты сайтында баҫылған. Һәр кем улар менән таныша һәм Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүен дауам итә ала.
Республикала 41 меңдән ашыу туғыҙынсы синыф уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын бирә. Улар өсөн дә быйыл әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Туғыҙынсылар ике мотлаҡ фәндән – урыҫ теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған ике фәндән имтихан тапшырырға тейеш.

* * *

«Ирәмәл» паркы бына нисә йыл инде Яңы йыл каникулдарында туристик популярлыҡ буйынса алдынғылыҡты биләй. 2018 йылдың тәүге көндәрендә унда 1 мең 164 кеше булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был яҡынса 400-гә күберәк. «Ҙур ҡыҙыҡһыныу кәрәҙле элемтә үтеүгә, туристик маршруттарҙа ҡунаҡ йорттары төҙөлөүгә, Ҙур Ирәмәл түбәһенә тиклем маршрутты үткәндә өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеүгә бәйле», – тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция етәксеһе Марат Хәсәнов.

* * *

Льюис Кэрроллдың «Алиса в стране чудес» тигән китабы башҡорт телендә «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» исеме менән донъя күр­ҙе. Уны билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән. Башҡортсаға әйләндерелгән китап авторҙың үҙендә һәм яҙыусы бүләк иткән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала бар. Уны интернет-магазиндарҙа ла һатып алырға мөмкин.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code