Мәғариф яңылыҡтары

«Летово» мәктәбе һәләтле балаларҙы көтә

25 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә урынлашҡан «Летово» мәктәбенә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ул 1 де­кабргә тиклем дауам итәсәк. Яңы мәктәп-пансион VII – XI синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Унда Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән һәләтле, тырыш балаларҙы йыялар.
Мәктәпкә ҡабул итеү онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса икән. Бөтә уҡыусылар ҙа әлеге белем усағында бушлай белем аласаҡ. Стипендия күләме ата-әсәһенең күпме эш хаҡы алыуына бәйләнгән. Быны ирекле финанс ойошмаһы билдәләй. Дөйөм стипендия фонды 7 миллиард һумды тәшкил итә.
Уҡыуға ғаризаларҙы VII – IX синыфтар «Летово» мәктәбенең сайтында бирә ала. Тест һөҙөмтәләре буйынса 2018/19 йылғы уҡыу йылына 200 уҡыусы алыу көтөлә.

Кардиология үҙәгендә балалар баҡсаһы асылды

Республика кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһына сиратта тороп ыҙаланмаясаҡ. Ни өcөнмө? Үҙәктең етәкселәре уларҙы хәстәрләп, дауалау бинаһында балалар баҡсаһы асҡан. Бында 1,5 – 7 йәшлек кескәйҙәр йөрөп ҡыуанасаҡ.
– Балалар баҡсаһында ике сменала ҡарау, тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешенә өйрәтеү тәьмин ителәсәк. Шулай итеп, беҙ йәш ғаиләләргә бала тәрбиәләргә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген алып барырға ярҙам итергә теләйбеҙ, – ти үҙәктең баш табибы Ирина Николаева.

Ольга Васильева бер сит тел уҡытыу яҡлы

Мәктәптәрҙә уҡыусылар V синыфтан мотлаҡ ике сит телде өйрәнә башлағайны. Быға Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева үҙ ҡарашын белдер­ҙе.
– Бөтә мәктәптәрҙә лә ике сит телде уҡытыуға рөхсәт итә алмайбыҙ, уларҙың ике­һен бергә төплө генә үҙләштереп булмаясаҡ. Урыҫ телен яҡшылап уҡырға кәрәк әле. Әлеге көндә күҙ буяу менән генә шөғөлләнгәнсе, халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телен яҡшы белеү мөһим. Конкуренцияға һәләтле булыу өсөн һөйләшеү генә түгел, яҙырға ла кәрәк. Сөнки күп фәнни мәҡәләләр инглиз телендә яҙыла, – тине.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code