Мәғариф министрына һорауың булһа…

29 августа Мәскәү мәк­тәптәренең береһендә Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Ольга Васильева уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыу уҙғара. Аралашыу йәнле диалог рәүешендә барасаҡ. Уның барышында илдең төрлө төбәгенән тура бәйләнеш – видеоконференциялар ҙа ҡаралған. Ата-әсәләр йыйылышын онлайн күҙәтеп тә буласаҡ.

Әленән үк һәр теләгән кеше edu.gov.ru/opc-view сайтында, министрлыҡ аккаунтында, социаль селтәрҙәрҙә һорауын ҡалдыра ала. Иң көнүҙәктәре йыйылышта ҡараласаҡ.
Әйткәндәй, былтыр 3 меңдән ашыу һорау бирелгән. Улар­ҙың күбеһе мәктәп программаһына индерелгән яңылыҡтар, сит телдәрҙе өйрәнеү, имтихандар тапшырыу, дәреслектәр сифатына ҡағылған. Шулай уҡ инклюзив белем биреү буйынса килеп тыуған мәсьәләләр, мәктәптәрҙә медицина бүлмәләренең эше, ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу, хеҙмәт тәрбиәһе, балалар ялын ойоштороу, ғаиләлә белем биреү буйынса ла фекер алыш­ҡандар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code