Лимонды Чипполино еңде

Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған 170-се балалар баҡсаһында ла Көҙһылыуҙы бик яраталар. Үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, әҙерлек төркөмөнә йөрөүсе кескәйҙәр (тәрбиәселәре – Әлфиә Эдуард ҡыҙы Рәжәпова менән Гөлнара Фәрҙәт ҡыҙы Исхаҡова), ана, әллә күпме йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр бүләк итте. Көҙһылыу ҙа буш ҡул менән түгел ине, матур әкиәт алып килгән.

«Чипполиноның йәшелсә һәм емештәр ханлығындағы мажаралары» тигән тамаша бик матур булды. Бәләкәстәр шул тиклем килештереп уйнаны.
…Үҙенең ҡанундарын булдырып, барлыҡ йәшелсә-емештәрҙең ҡотон алған уҫал принц Лимонды Чипполино исемле һуған ғына еңә ала. Нисекме? Ул үҙенең ҡат-ҡат кейемен һала башлағас, тегенең күҙҙәре йәшкә тула. Лимон-һалдаттар ҙа, улар менән бергә йөрөгән сеньор Помидор ҙа илай. Әкиәттең аҙағы һәйбәт тамамлана. Принц Лимондың алама ҡылыҡтарын ғәфү итәләр һәм барлыҡ йәшелсә-емештәр бергә дуҫ, татыу булып ҡала.
Һуңынан балалар «Йәшелсәләр» һәм «Емештәр» командаларына бүленеп, «уңыш йыйыу»ҙа ярышты. Бергә бутап һалынған әфлисун, алма, груша, кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм башҡа әллә күпме шундай тәмлекәстәр араһынан «Йәшелсәләр» – тик йәшелсәне генә, «Емештәр» еләк-емештәрҙе кәрзиндәренә тултырырға тейеш ине. Бәләкәстәр яңылышмайынса был эште лә атҡарып сыҡты. Афарин!
Тамаша көҙ тураһында матур йыр менән тамамланды. Байрам балалар күңелендә лә, атай-әсәйҙәрҙә лә тик матур тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code