Лицейыбыҙ ғорурлығы улар!

Вилена Чанышева, Динислам Әхмәев ике йыл рәттән республика Башлығы стипендияһын алыусы Алмаз Әлимбәков менән.

Талбазы лицейында һәләтле уҡыусылар бик күп. Һүҙем шундай­ҙарҙың икәүһе, республика Башлығы стипендиаттары – IX «Б» синыфы уҡыусыһы Вилена Чанышева һәм X «Б»нан Динислам Әхмәев хаҡында.

Вилена бәләкәйҙән бик тырыш, лицей буйынса үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. «Ул – шәп ойоштороусы, минең уң ҡулым. Иптәштәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер», – ти уның тураһында синыф етәксеһе Оксана Владимировна Савинцева. Уҡыу алдынғыһы район, республика кимәлендәге ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Йыл һайын район олимпиадала­рында ҡатнашып, призлы урындар ала. «Щербаков уҡыуҙары», «Халыҡ традицияларын һаҡлау» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларында етди әҙер­лек менән сығыш яһап, еңеү яуланы. Ул «Космос илендә», «Ижа­ди проект» һүрәттәр кон­курсын­да лауреат исеменә лайыҡ бул­ды.
Тырыш, уңған, өлгөр ҙә үҙе. Вилена төрлө түңәрәктәргә йөрөй, һүрәт төшөрөү, сигеү, бәйләү эштәре менән ҡыҙыҡһы­на, ә бешергән аштары телеңде йоторлоҡ! Үҙ-үҙенә талап­сан ҡыҙҙың теләге – банкир бу­лыу, кешеләргә төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығырға ярҙам итеү.
– Мине ер ҡатламын тикшереүҙә физика закондарын ҡулланыу даирәһе ҡыҙыҡһындыра. Экспедицияларҙа ҡатнашыу, төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү – күптәнге хыялым. Киләсәктә үҙемде геодезист-экспедитор итеп күрәм, – ти тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе Динислам Әхмәев.
Һоҡланғыс егет, лицей ғорурлығы, тип маҡтайҙар уны ла уҡытыусылар. Ысынлап та, Динислам үҙенең тырышлығы, ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәре, һәр мәсьәләне еңел йырып сығыуы, төплө фекер йөрөтөүе менән башҡаларҙан айырылып тора. Ошо сифаттары өсөн синыфташтары хөрмәт итә, һүҙенә ҡолаҡ һала.
Уңған, алдынғы егет бөтә фәндәрҙән дә һынатмай. Шулай ҙа физика, алгебра, экология дәрестәрен айырыуса ныҡ ярата. Уҡыу йылы барышында Динислам биш фән буйынса район олимпиадаларында мәктәп намыҫын яҡланы. Экологиянан төбәк-ара бәйгелә, «Аксаков уҡыу­ҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында – I, Бөтә Рәсәй кимәлендәге «Вавилов уҡыу­ҙары»нда III урын яуланы.
Милли үҙаң, милли рух төшөнсәләре лә ят түгел Динисламға. Туған телендә сатнатып һөйләшеүсе был егеткә һоҡланмау мөмкин түгел.
Өлгөр кеше ваҡытын да тигеҙ бүлә белә. Уҡыуҙан тыш, спорт менән дә шөғөлләнә ул. Өйҙә ата-әсәһенә ярҙамсы, туғандарына ҙур терәк булып тора.
Тырыш, аҡыллы уҡыусыларыбыҙ киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, белем тауҙарына үрләй. Афарин, аҡ юлдар һеҙгә, беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ!

Гөлфиә БУЛАТОВА, уҡытыусы.
Ауырғазы районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code