Лицей данын яҡлайҙар

Тамерлан.

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында VIII синыф уҡыусыһы физиканан II урын алды, тип яҙҙылар, әммә исем-шәрифтәрен атамағайнылар. Баҡһаң, ул республика инженер интернат-лицейынан Тамерлан Әфләтунов икән. Вәт, маладис егет! Үҙенән өлкәнерәктәрҙең танауына сирткән бит. Ул – Учалы ҡалаһынан. Бында VII синыфҡа, ҙур конкурсты уңышлы үтеп, уҡырға алынған. Баш ҡалала белем алыуына бик ҡыуана. Өфө Өфө инде, мәғариф үҙәге.

– Бында юғары уҡыу йорттары күп. Төрлө курс­тарға йөрөргә мөмкин. Олимпиадаларға ентекләп әҙерләнергә була. Уҡытыу­сылар ҙа йүнәлеш бирә, – ти Тамерлан.
Бик ҡыҙыҡһыныусан егет, хатта юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәрҙе лә үҙләштерә. Үҙ аллы шөғөлләнеүе төрлө бәйгеләрҙә еңергә ярҙам итә лә инде.
«Ҡайһы фәнде нығыраҡ яратаһың?» – тигәнгә былай тип яуапланы:
– Тарих һәм география оҡшай. Ә физика һәм математика миңә еңел бирелеүе менән ылыҡтыра.
– Географияға һөйөүең ҡасан барлыҡҡа килде һуң?
– VI синыфта тыуған көнөмә әсәйем глобус алып биргәйне. Шунан башланды инде ҡыҙыҡ­һыныуым, бөтә Ер ша­рын өйрәнеп, ҡай­ҙа нимә урынлаш­ҡанын ятлап бөттөм.
Тамерлан география буйынса ҡала олимпиадаһында II урынға лайыҡ булған. Әле геология буйынса республика бәйгеһенә әҙерләнә. Үҙе кеүек был фәнде яратыу­сылар менән БДУ-ға, БДПУ-ға ғалимдарҙан дәрес алырға йөрөйҙәр. Баш­ҡорт дәүләт университетының – геология, шулай уҡ тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министрлығының музей­ҙарына барып, әллә күпме мәғлүмәт алып ҡайтҡандар. Әйткәндәй, Тамерлан былтыр Стәрлетамаҡта төрлө фәндәр буйынса үткән Бөтә Себер олимпиадаһында ҡатнашып, физика буйынса еңеүсе булған.
– Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финалына сыҡ­ҡым килә, – тип уй-хыял­дары менән уртаҡлашты егет. – Шулай уҡ Сочиҙағы «Сириус» балалар мәғариф үҙәгенә эләгергә ине. Алыҫ Көнсығыштағы «Океан» лагерына ла конкурс буйынса ғына алалар. Унда фәнни-тикшеренеү экспедицияһында ҡатнашыу мөмкинлеге була. Портфолиомды ебәр­ҙек, яуап көтәбеҙ.
Ғөмүмән, ул уҡыған VIII «А» синыфында шәп егеттәр йыйылған. Яңыраҡ ЮНЕСКО ойоштор­ған конференцияла 15 уҡыусы инглиз телендә яҙылған фәнни докладтары менән сығыш яһап, комиссия ағзаларын ғәжәпкә ҡалдырған.

Булат.

Булат Тереғолов спортты бик ярата. Ушу буйынса республика чемпионы.
– Был секцияға өләсәйем II синыфта уҡығанда алып килгәйне. Шунан бирле йөрөйөм. Тренерым – Марсель Ирек улы Зарипов. Бер нисә тап­ҡыр Анапала, Мәскәүҙә, Ҡазанда үткән Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алдым. Күп йөрөгәс, ваҡыты-ваҡыты менән төрлө матур урындарҙа булырға тура килә. Ошо гүзәллекте баш­ҡаларға ла күрһәтергә теләп, фотоға төшөрөргә яратам, – ти Булат.
Егеттең тағы бер мауығыуы – йәйәүле туризм. Лицейҙағы түңәрәккә йөрөй. Иптәштәре менән республика йәш геологтар слётында ҡатнашып, экология мар­шруты конкурсында II урын алғандар. Етәкселәре Марат Ғәйнуллин менән төрлө урындар­ға экспедицияларға сығып, ер ҡатламын өйрәнеү бик оҡшай уларға.
Республика инженер интернат-лицейының тағы ла әллә күпме шәп уҡыусылары тураһында һөйләргә мөмкин. Уҡыу­ҙа ла, спортта ла һынатмайҙар. Олимпиадаларҙа еңеп, лицей данын күтәрәләр. «Башҡорттар.ру» КВН командаһы ғына ни тора?! Шундай егеттәрҙә лә инде илебеҙ өмөтө, киләсәге!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code