Лиәнең сәскәләре

Бынау күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Бөтәһе лә – IX синыф уҡыусыһы Лиә Айытбаеваның оҫта ҡулдары тыуҙырған гүзәллек.
– 2 – 3 йыл элек әсәйем мауыға башлағайны, мин дә ҡыҙығып китеп, интернеттан бергәләп өйрәндек. Ваҡ эш инде, түҙемлек тә кәрәк был сәскәләрҙе яһап ултырырға, әммә миңә бик оҡшай. Пайеткаларҙан эшләүе еңелерәк һәм тиҙерәк, – ти ҡыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып.

Эйе, әсәнән күргән – тун бескән, тип белмәй әйтмәйҙәр инде. Ҡыҙ ҡул эштәре менән район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа ала. Ауылда тыуған көнгә йәки берәй байрамға заказ биреүселәргә лә яһай.
Лиә яҡшы уҡый, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша. Волейбол, мини-футбол секцияларында шөғөлләнә. Командалары менән район ярыштарына йөрөйҙәр.
– Аллаға шөкөр, ҡыҙым өйҙә лә бөтә эште үҙе белеп башҡара. Туғыҙ, ун йәшлек ҡустыларына күҙ-ҡолаҡ та. Берәй ергә оҙағыраҡҡа китергә тура килһә лә, ут яғып, өйҙө йылытып, туғандарына тамаҡ ашатып, тәрбиәләп тора. Аш-һыуға ла оҫта, бәлеш тә бешерә, һалмаһын да ҡырҡа. Быйыл йәй һыйыр һауырға өйрәнде әле, – тип әсәһе Лиә тураһында ҡыуанып һөйләй.
Бына шулай, егет кешегә генә түгел, ҡыҙҙарға ла уңған булырға, әллә нисә төрлө һөнәр белергә кәрәк. Лиә кеүек. Алла бирһә, үҙ аллы тормош юлы­на аяҡ баҫып, ситкә уҡырға сығып китергә тура килһә лә, ул юғалып ҡалмаясаҡ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code