Легендалар өйрәндек

Беҙ ҙә конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Синыф етәксебеҙ Айгөл Рәшит ҡыҙы Яруллина менән ауылыбыҙҙың тарихына бәйле мәғлүмәттәр, легендалар йыйҙыҡ. Бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Мәхмүт ауылы тарихы. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалы баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә унда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ ҡасып, тау-таш, урманлы ергә күсенә. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдөк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ көнө Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк урынға – йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп төпләнә. Әлеге көндә был ер Иҫке Ҡышлау тип йөрөтөлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, ғаилә башлығы кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы ла ошо яҡтарға юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Уныһы атаһы төйәкләгән ерҙе яратмай, ишле малын түбәнән аҫҡа – Ағиҙел йылғаһында һуғарырға өйрәтә. Ә үҙҙәре Боҫҡон ҡойоһонан һыу ала. Шулай тип аталыуының сере – был ҡойоноң боҫоп ҡына (йәшенеп) ағыуында. Мәхмүттең йәшәгән төйәге Мәхмүт тип атала, ләкин ауыл ул һайлаған урында урынлашмаған, ә халыҡ әҙерәк түбәнгә, Иҙел буйынараҡ, төйәкләнгән. Сөнки Боҫҡон ҡойоһо ҡороған. («Урал» гәзите, №10, 2013 йыл, Вәсилә Әбдрәхимова мәҡәләһенән алынды.)
Әйткәндәй, Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» исемле романында ла Мәхмүт олатай тураһында яҙылған.

Хәмиҙә тауы

I вариант

Элегерәк Мәхмүт ауылында бер бай йәшәгән. Ул ярлы ғына кешенең ҡыҙын оҡшатып, кәләш итеп алырға уйлаған. Был һылыуҡайҙың исеме Хәмиҙә булған. Ҡыҙҙың байға кейәүгә сыҡҡыһы килмәгән. Ул ярлы ғаиләнән булған егетте яратҡан. Улар өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан. Бай быны белһә лә, ҡыҙҙы һоратырға булған, ти. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән Хәмиҙә урманға ҡасҡан. Ул аҙашып, Мәхмүт ауылы эргәһендәге тауға барып сыҡҡан.
Икенсе көн ауыл халҡы ҡыҙҙы эҙләргә тотонған. Тапҡандар. Ҡараһалар, тау башында сүкәйеп кенә ултырып, туңып үлгән икән. Шунан бирле был урынды Хәмиҙә тауы тип йөрөтә башлағандар.

II вариант

Матур йәй көнө Хәмиҙә исемле бер ҡыҙ яңғыҙы ғына еләк йыйырға тип тауға киткән. Ләкин уны бәлә көтөп торған. Онотолоп еләк йыйып йөрөп, янына айыу килеп сыҡҡанын да аңғармаған. Януарҙың үкереүен ишеткәс, ҡото осоп, тырызын ташлап, йүгерә башлаған. Ләкин айыуҙан ҡасып ҡотола алмай, һәләк булған. Шунан инде был тауҙы халыҡ ҡыҙҙың исеме менән бәйләп, Хәмиҙә тауы тип атаған икән.

III вариант

Элегерәк бик йыуаш, һылыу ғына Хәмиҙә исемле ҡатын йәшәгән. Үҙен ауылдаштары күркәм холҡо өсөн ныҡ яратҡан.
Ҡыштың бер һыуыҡ көнөндә ул утын әҙерләргә тип урманға киткән. Ҡапыл көслө буран сыҡҡан. Хәмиҙә атлауын дауам иткән. Бара торғас, аҙаша, тауға барып сыға. Бер ҡайын төбөнә ултырып, хәл алып, буран үткәнен көтөргә уйлай. Был көндө, үс иткәндәй, ыжғыр буран оҙаҡ туҡтамаған. Арыған, өшөгән Хәмиҙә йоҡлап киткән. Шул йоҡлауынан уянмаған, мәңгелеккә күҙен йом­ған.
Ауылдаштары был күркәм холоҡло ҡатын исемен шул тауға бирә.

Әһел осҡан яры

Булған ваҡиға

Был текә генә Ағиҙел йылғаһының ярын «Әһел осҡан яры» тип йөрөтәләр. Мәхмүттән Һөйөндөккә барған юл ситендә ул.
Әһел исемле кеше (Мәхмүт ауылында йәшәгән) ҡышын ат менән күрше ауылға юлға сыҡҡан. Бара торғас, көслө буран ҡоторған. Толопҡа төрөнөп ултырып, Әһел йоҡлап киткән. Аты юлдан яҙып, йылға ярынан ҡолап төшә. Шул ваҡыттан алып был текә ярға халыҡ Әһел осҡан яры тип исем бирә.

Эткүлкин

Бер саҡ ошо яҡтағы һунарсылар күмәкләп һунарға сыға. Эттәрен өйҙә ҡалдырып китергә һөйләшәләр. «Беҙ үҙебеҙ уларһыҙ ҙа яҡшы һунарсылайбыҙ», – тигәндәр. Ләкин эттәр хужаларының урманға йыйыныуын һиҙеп, алдан сабып сығып киткән. Һунарсылар бер батҡылға барып юлыҡҡан, аттары менән был урындан сыға алмай, эй, ыҙаланғандар. Ә эттәр, алдан сабып сығып, ҡоро ерҙә хужаларын көткән була.
Һунарсылар, ыҙа сигә-сигә, батҡылдан саҡ ҡотолған. Уларға эттәре көлөп-мыҫҡыллап ҡараған кеүек тойолған. Шунан башлап һунарға эттәрен ҡалдырмай сыҡҡандар, сөнки тоғро юлдаш икәндәрен аңлағандар.
Ә был ваҡиға булған батҡылды Эткүлкин («Эт көлкөһө») тип йөрөтә башлағандар.
(Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Вәлиуллин олатайҙан 1992 йылда яҙып алынған.)

Һарыбейә яланы

Мәхмүт ауылынан һигеҙ километр алыҫлыҡта бер ялан бар. Элегерәк унда ҡайҙандыр һары бейә килеп сыҡҡан. Төҫөнә ҡы­ҙығып, күп кенә кеше үҙен тотоп ҡарарға була. Ләкин береһе лә булдыра алмай.
Шул ваҡыттан алып был урынды Һарыбейә яланы тип йөрөтәләр.

Санька үлгән ер

Санька исемле бер кешенең Мәхмүттә лавкаһы( магазин) булған. Ул үҙе күрше Николаевка ауылынан йөрөп эшләгән икән.
Шулай бер көндө, өйөнә ҡайтып барғанда, юлда бер кешене күреп ҡала. Санька ипләп кенә тирә-яғына күҙ һалһа, берәү түгел, ә биш-алты кеше ағастар араһында йәшенеп ятҡанын күрә. Ул юлбаҫарҙар үҙен һағалауын аңлай һәм сумкаһындағы аҡсаһын тирә-яҡҡа һибә. Тегеләр һатыу­сыны туҡмап үлтерә, ә байлығын йыйып алалар ҙа ҡасалар. Ул һәләк булған ерҙе Санька үлгән ер тип атайҙар.
Был урын Мәхмүт һәм Николаевка ауылдары араһында.
(Маһира өләсәйенән ейәне Рузил Камалетдинов яҙып алған.)

IV СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Белорет районы, Мәхмүт ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code