Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Ейәнсура башҡорт интернат-гимназияһы ун беренселәре.

Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһында балалар төрлө ауылдар­ҙан йыйылып, күптәре бишенсе синыфтан бында белем ала. Шарттар һәйбәт, шуға ла гел алдынғылар сафында улар. Химияны, физиканы тәрәнәйтеп өйрәнә­ләр. Өфө­нән педагогия, нефть-­техник университеттарынан курс үткәрергә киләләр икән. Берҙәм дәүләт имтихандарына бергәләп әҙерләнәләр.

Ун беренсене 15 уҡыусы тамамларға йыйына. Был синыфҡа матурлыҡҡа, гүзәлеккә ынтылған иң яҡшы уҡыусылар туплан­ған. Һәр береһе, ынйы бөртөгөндәй, ғәжәп, һоҡланғыс. Инсаф Йылҡыбаев, Шамил Илтенбаев, Раушания Вәлиева ми­ҙал­ға дәғүә итһә, Илгизәр Аҙнағолов, Әҙилә Аҡсурина, Нургөл Аҫылғужина, Дания Бикбаева, Сибәғәт Дәүләтбәков, Айгөл Илбулдина, Сабир Ишеғолов, Нәркәс Рәхмәтуллина, Зөбәржәт Хәмитова, Гөлдәр Хәсәнова, Нәзилә Хисмәтуллина, Илсиә Шәмсетдиновалар «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшкән. Афариндар! Уларҙың бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарына инергә хыяллана.
Районда, республикала яулаған уңыштарын һанап бөткөһөҙ. Тәрбиәселәре Айгөл Вәли ҡыҙы Фәхретдинованы, синыф етәкселәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилеваны гел ҡыуандырып ҡына торғандар.
– Беҙҙе бишенсенән алып уҡытҡан Райхан Вафа ҡыҙы Иҙрисоваға, Ғәзинур Шаһивилдан улы Иҙрисовҡа, Лилиә Камил ҡыҙы Бикбаеваға, Рәмил Әхмәт улы Шәмсетдинов­ҡа, Йәғәфәр Йәдкәр улы Хәсәновҡа, Рәйлә Әхәт ҡыҙы Ағылбаеваға һәм, әлбиттә, интернат-гимназия директоры Гәүһәр Шәрифйән ҡыҙы Назароваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти ун беренселәр.

* * *

«Беҙ – Абҙан мәктәбен тамамлаусылар».

Абҙан мәктәбе – Ейәнсурала ғына түгел, Баш­ҡортостанда иң данлыҡлы уҡыу йорттарының береһе. Уны тамамлаусылар араһында республикабыҙҙа билдәле байтаҡ шәхестәр бар.
Быйылғы XI синыфта 16 уҡыусы икән: 12 ҡыҙ һәм 4 егет. Абҙандан ғына түгелдәр, яҡын-тирәләге Юлдаш, Әбүләйес, Баш­ҡорт Самаҙыһы, Малиновка, Мөхәмәтйән, Юлдыбай ауылдарынан белем алыусылар ҙа күп кенә. Үҙҙәре татыуҙар, бер­ҙәмдәр. Уҡыуҙан инде Милена Арыҫланбаеваны, Лилиә Шәйәхмәтованы, Филүзә Ағурҙинаны, Элина Күҙәшеваны маҡтап бөтә алмайҙар. Был ҡыҙҙар төрлө фәндәрҙән район, республика олимпиадаларында ла һынатмаған. Ә Гөлфиә Мырҙабулатова – фәнни-тикшеренеү эше менән, Рәлиф Ғәбитов йырлап, үҙҙәрен Өфөлә лә таныт­ҡан. Руфат Иҙрисов милли көрәштә призлы урын яулаһа, Айгүзәл Ахунова гер күтәреп иң-иңе бул­ған.
Синыф етәкселәре – Зүлиә Лотфулла ҡыҙы Латипова.

* * *

«Дүртәү генә булһаҡ та…»

– Беҙҙең мәктәпте дүрт кенә бөртөк уҡыусы тамамлай, – тип ҡаршыланылар Хәйбулла районының Әбеш ауылында.
Динис Күскилдин, Ғәзинур Илембәтов, Венер Әминев, Марат Юламанов… Дүрт егет ҡалған XI синыфта. Мәктәптең 60-сы сығарылышы улар. Белгегеҙ килһә, бишенселә уҡығанда 17 булғандар. Үкенесле, ҡасандыр гөрләп торған Әбеш мәктәбендә лә балалар һаны кәмей. Ни эшләй­һең, ил буйынса шундай күңел­һеҙ хәлдәр күҙәтелә бит. Йәш ғаиләләр ситкә китә, ауылдар ҡартая.
– Ун беренсене тамамлаған был аҫыл егеттәр уҡыуҙан да, спорттан да шәп булды. Ғәзинур менән Марат ҡурайҙа ла оҫта уйнай. Милли көрәштә Динис һәм шул уҡ Марат йыш ҡына райондағы алыштарҙан еңеүҙәр яулап ҡайтты, – ти синыф етәкселәре Ләлә Юнир ҡыҙы Илембәтова.
– Беҙ Үрнәк ауылынанбыҙ. Минең улым Марат интернатта ятып уҡыны. Ялға ғына ҡайта ине. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Тырышты, түҙҙе, һынатманы. Иң мөһиме – тейешле белем алды, милли көрәш, ҡурай, бейеү түңәрәктәренә йөрөп, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе. Ата-әсәләр исеменән мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә рәхмәт әйтке килә, – тип белдерҙе Әлфиә Фәтих ҡыҙы Юламанова.
Әйткәндәй, Динис менән Марат хәрби учи­лищеға барырға әҙерләнеп йөрөй. Был хәбәрҙе тренерҙары Ғәбит Сәлим улы Күскилдин еткерҙе.
Һынатмағыҙ, егеттәр!

М. СӘЙЕТОВ.

 

Билал мәктәбенең сығарылыш синыфы уҡыусылары.

Мәктәбебеҙҙе биш уҡыусы тамамлай. Улар өсөн һуңғы ҡыңғырау, бер яҡтан, ҡыуаныслы ла, икенсе яҡтан, бик моңһоу ҙа булды. Сығарылыш синыф уҡыусылары бала саҡ, мәктәп йылдары менән хушлашып, оло тормош юлына аяҡ баҫа.
Ун беренселәр уҡыу йылдарында бик әүҙем, өлгөр булды. Үҙҙәре һәр яҡлап һәләтлеләр. Илназ Әхмәҙин, мәҫәлән, спортсы, көрәшсе, көслө рухлы егет. Уның төрлө ярыштарҙа яулаған алтын һәм көмөш миҙалдары, кубоктары бик күп. Алсәсәк Сәғитова – төрлө мәҙәни сараларҙы, төрлө конкурстарҙы ойоштороусы, Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы Хәйҙәрованың уң ҡулы. Алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй ҡалманы. Роза Йәмлихина – рәссам. Стена гәзиттәрен бик матур, ипле генә итеп эшләп ҡуя ине. Иҙел Асҡаров мәктәптә хәтәр шәп диджей булды. Юмор оҫтаһы Мират Кәримов компьютерҙы бик яҡшы белә. Илназ, Иҙел һәм Алсәсәк – «Осҡон» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – Азамат Нарынбаев) бейеүселәре. Бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыштылар.
Әле бына улар БДИ-ға дәррәү әҙерләнә. Мин ун беренселәрҙең һы­нау­ҙарҙы яҡшы үтеп, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеүҙәрен теләйем.

Гөлфирә НАРЫНБАЕВА.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code