«КВНщиктармы? Юҡ «Шаяниум»щиктар!»

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы: «Гран-при кемгә эләгер?»

– «Һин КВНщикмы?
– Юҡ, мин «Шаяниум»щик!»
– «Үҫәбеҙ, үҫәбеҙ, хатта RNТ ла татар эстрадаһына ашҡына».
– «Ысын мосолман колбасаны ла ҡиблаға ҡарай һалып ҡыр­ҡа».
– «Тылсымлы тирмә» бөтә хыялдарҙы тормошҡа ашыра, ти. Мәктәптә тәмле итеп ашата башларҙармы икән әллә?»
– «Интерспорт». Беҙ магазин түгел, беҙ – мәктәп»…

Ошондай шаяртыуҙарында башҡортлоҡ ярылып ятҡан «Шаяниум» быйыл да гөрләп үтте. Тәүге этапта Өфөнөң 50 белем усағынан командалар ҡатнашты, шуларҙың 42-һе уҡытыу урыҫ телендә алып барыл­ған мәктәптәрҙән. Ярымфинал­ға 19 команда сыҡһа, финалға етәүһе алынды: «Башҡорттар. ру» (республика инженер интернат-лицейы), «Етегән+1» (102-се башҡорт лицейы), «Һупайлы дәрүиштәре» (Мөхә­мәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), «Сәтә­кәй» (48-се башҡорт лицейы), «XX централ»(Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһы), «Ығы-зығы» (Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы) һәм «Интерспорт» (спорт йү­нәлешендә­ге 5-се республика интернат-лицейы).
Командалар «Визитка», «Биатлон», «СТЭМ»(Студент эстрада миниатюралар театры) форматтарында көс һынашты. «Шаяниум»дың быйылғы тема­һы – «Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр». Күп командаларҙың йәшәргәне күҙгә ташланды. Эйе, «шаяниумщиктар»­ға, үҙҙәре әйтмешләй, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк. Шуға күрә туғыҙынсыларға, ун беренселәргә уйындан ситләшергә тура килә. Әммә бәләкәйерәктәр ҙә һынатманы, тамашасыны көлдөрҙөләр генә. Башҡортостанда иғлан ителгән – Ғаилә, Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылдарына арналған, көндәлек тормошта йыш осраған етешһеҙлек­тәр, эстрада йондоҙҙары тураһында шаяртыуҙар, хатта уҫал һәм әселәре лә булды. Полиция, янғын һүндереүселәр, Жириновский, Радик Юлъяҡшин, RNТ, Йәмил Баймырҙин да КВН барышында йыш телгә алынды. Әлбиттә, бөгөнгө үҫмерҙәрҙең уй-кисерештәре лә сағылып ҡалды шаяртыуҙарҙа.

«Башҡорттар.ru» шаярта.

«СТЭМ»да төрлө яҙыусылар ижадына мөрәжәғәт иткәндәр. Һәр команда сығышы – бәләкәй генә спектакль. Әйткәндәй, республика инженер интернат-лицейы командаһы составында ун беренселәр ҙә бар ине. «Баш­ҡорттар.ru»ның сығыштары электән шәп. «Шаяниум» 16 йыл үткәрелеп килә, шулар­ҙың байтағында егеттәр Гран-при яуланы. Быйыл да оҫта шаяртыуҙары менән һоҡландыр­ҙылар. Әммә дәғүәселәре лә көслө генә шул. Шуға ла кем иң-иңе булыр, тигән һорау һәр кемде «Шаяниум»дың аҙағына тиклем оҙатып килде. Ниһайәт, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән сарала бүләкләү ваҡыты етте. I урында – «Сәтәкәй». «ХХ централ» – II,, «Һупайлы дәр­үиштәре» һәм «Етегән+1» III урынды яуланы. Ә Гран-при – «Баш­ҡорттар.ru» ко­манда­һына бирелде. «Иң шәп егет» номинацияһында – 48-се лицейҙан Рөстәм Рафетдинов билдәләнһә, «Иң шәп ҡыҙ» – 20-се башҡорт гимназияһынан Азалиә Ишкинина. «Ығы-зығы» командаһы «Иң бер­ҙәм команда» тип табылһа, «Интерспорт» «Тамашасы һөйөүе»нә лайыҡ булды.
Шуныһы мөһим: «Шаяниум»­да үҫеш күренә. Уҡыусылар йылдан-йыл оҫтараҡ шаярта, уйынға яңы командалар ҙа ҡушылып тора, башҡорт телендә шаяртыусылар күбәйә. Йәшә­һен, «Шаяниум»!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code