«Кванториум»дар асыла

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашырған «Балаларға уңайлы өҫтәмә белем биреү» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә илдең төрлө төбәктәрендә «Кванториум» балалар технопарктары сафҡа инә. Әлеге мәлдә ошондай 24 майҙансыҡ уңышлы эшләп килә. 2018 йыл аҙағынаса Рәсәйҙә уларҙың һаны 36-ға етәсәк.

«Робоквантум» берекмәһендә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар технопарктарын булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан – 57 миллион 100 мең, ә республиканыҡынан 24 миллион 500 мең һум аҡса бүленгән.
Октябрҙә Рәсәйҙең 17 төбәгендә «Кванториум» балалар технопарктарын тантаналы асыу тантаналары уҙҙы. Республикабыҙҙа ошондай 3 майҙансыҡ үҙ эшен башланы: шуларҙың икәүһе – Өфөлә, берәүһе – Благовещенда. «Гагарин-үҙәк»тәге технопарк эшен республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡарап, «Аэроквантум», «Робоквантум» һәм «Космоквантум» төркөмдәрендә, 3D принтер һәм башҡа хәҙерге заман технологиялары менән йыһазландырылған «Hi-Tech» цехы һәм информатика бүлмәһендә булды.
Әлеге үҙәктең директоры Игорь Нуйкин әйтеүенсә, майҙансыҡ өс йүнәлештә эшләйәсәк: робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттарын конструкторлау һәм аэройыһан инженерияһы. Бында 400 – 500 балаға шөғөлләнеү мөмкинлеге бар, барыһы ла бушлай.
Тантана көндө республика балаларға белем биреү технопаркы ла гөрләп торҙо. Ҡыҙҙар, малайҙар атай-әсәйҙәре менән бергәләп «3D баҫма мәктәбе», «Микроэлектроника», «3D моделен әҙерләүҙә тәүге аҙымдар», «Робоквантум», «Коворкинг», «Сәнәғәт дизайны», «Квантик» иртә үҫеү мәктәбе, «Автоквантум» берекмәләре менән танышыу ғына түгел, үҙҙәре лә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code