Компьютер синыфында уҡыясаҡ

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 50 мең тирәһе ҡыҙ һәм малай беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ.
Сулпан ҠУНАФИНА ла 1 сентябрҙе түҙем­һеҙләнеп көтә, тиҙерәк мәктәпкә барғыһы килә, уҡыусы була бит ул! Ҡыҙ был көнгә күптән әҙер инде, һис тә юғалып ҡалмаҫ, Алла бирһә. Шулай булмай ни: беренсенән, ул әҙерлек дәрестәренә йөрөнө, буласаҡ уҡытыусыһы Рузанна Фәнил ҡыҙы Нуриеваны бик оҡшатты. Икенсенән, Йәдкәр ағаһы уҡыған белем усағына, Өфөләге Фатима Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына, бара бит. Ағаһына ҡарап, әҙерәк тәжрибә лә туплаған инде үҙе, уҡыуҙың нимә икәнен күҙ алдына килтерә.
Сулпан уҡый белә, яҙып та маташа, бейергә әүәҫ. Меңгә тиклем һанауы һоҡландыра. Шул тиклем һанай белгәс, әсәһенә: «Ә һин миллиардҡа тиклем беләһеңме?» – тип аптырай. Гимназияла компьютер синыфында уҡыясаҡ ҡыҙ. Һәр бер уҡыусы алдында – ноут­бук, улар уҡытыусыныҡы менән бергә тоташтырылған. Күп эштәр компьютер аша үтәләсәк. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙә яңыса уҡыу бер аҙ тулҡынланыу тыуҙырһа ла, замана балалары бер ҙә юғалып ҡалмаҫ әле.
Тик бына Сулпан тыуған ауылы Шамониндағы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына бергә йөрөгән дуҫтарын ғына һағынырмын инде, тип борсола. Тәрбиәселәре лә һәйбәт булды. Әкиәттәр сәхнәләштерҙеләр, Сулпан төрлө сараларҙа әллә күпме шиғыр ятланы. Ул йән­һүрәттәр ҡарарға ярата, үҙе лә төшөрөп ҡарай. Телдәр ҡыҙыҡай яңы коллективта ла тиҙ үк яңы дуҫтар табыр әле.
Мәктәп формаһы, дәфтәр-ҡәләмдәр ҙә күптән алынған инде, улар ҙа Сулпан менән бергә 1 сентябрь еткәнен көтә.

Э. РӘШИТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code