Командир ҙа бит үҙе!

Әлиә (уңда) әхирәте менән.

Әлиә (уңда) әхирәте менән.

Салауат ҡалаһында ла кадет мәктәбе барлығы тураһында күптәрегеҙ белмәйҙер әле. Дөрөҫөрәге, 2-се мәктәп 2011 йылда кадет мәктәбе тип үҙгәртелә. Ә тағы ике йылдан 1 сентябрҙә унда Федераль Хәүефһеҙлек Хеҙмәтенең йүнәлешле синыфы асыла. Белем усағында махсус дәрестәр бар: ҡораллы көстәр, кадет корпусы тарихы өйрәнелә, командирҙар һәм байраҡ йөрөтөүселәр төркөмө әҙерләү курстары бар. Һәр тантаналы сара Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндары менән башланып китә, боевой листоктар сығарыла. Йыр һәм сафта йөрөү смотрҙары үткәрелә.

Йәйге каникулда V – IX синыф уҡыусылары өсөн Ишембай районында йыйын – палаткалы лагерь ойошторола. IV синыфты «бишле» билдәләренә генә тамамлаған Әлиә Кәримова ла киләһе йылда шунда барырын көтә. Ә быйыл ул йәйенең күберәк өлөшөн Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында өләсәһе менән олатаһы янында уҙғара. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем, һәләтле булыуын иҫәпкә алып, синыфташтары үҙен командир итеп һайлаған.
– I синыфтан махсус форма кейәбеҙ. Уҡырға пилоткаһыҙ килһәң, яза алаһың: күнекмәләр үтәй­һең. Кадет мәктәбендә бөтә нәмә хәрбиҙәрсә, тәртип тә. Миңә унда бик оҡшай. Малайҙарҙан айырым уҡыйбыҙ. Быныһы ла һәйбәт, шаярмаҫҡа шәп, – ти Әлиә.
Ҡыҙ математика, инглиз теле, башҡорт теле дәрестәрен ярата. Башҡорт теле буйынса республика бәйгеһендә ҡатнашып, тиҫтерҙәре араһында беренсе, призлы урындар ҙа алғаны бар. Вокал, бейеү менән бәләкәйҙән шөғөлләнә. Байрам концерттарында ҡатнаша.
Әлиә менән һөйләшеүе лә күңелле. Бик аҡыллы ҡыҙ, өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе һоҡландырҙы. Булдыҡлы, уңған да. Уҡыу ваҡытында ата-әсәһенең ышаныслы ярҙамсыһы. Ҡайһы берҙә Светлана һеңлеһен балалар баҡсаһынан барып алырға тура килә. Әле каникул ваҡытында өләсәһе менән олатаһының уң ҡулы, тиһәң дә була.
– Малдарҙы, һыйыр-һарыҡтарҙы көтөүҙән ҡаршы алыу, уларға һыу эсереү, баҡсала сүп утау, емеш-еләк йыйыу кеүек эштәрҙә ярҙам итәм. Атыбыҙ ҙа бар, унан әҙерәк ҡурҡам. Бәләкәйерәк саҡта шифаханала булғаным бар. Әлегә лагерға барғым килмәй. Ауылда нығыраҡ оҡшай, – ти ҡәнәғәт йылмайып.
Сос ҡыҙ тәмлекәстәр ҙә бешерә белә, энә һәм ырғаҡ менән бәйләй ҙә. Атаһынан «тимер ат»ты йүгәнләргә лә өйрәнеп маташа әле ул.
– Ә тиҫтерҙәреңдең, дуҫтарыңдың ниндәй сифаттарын хөрмәт итәһең? – тип һорайым.
– Алдашыуҙы яратмайым, изге күңелле кешеләр оҡшай, – ти Әлиә.
Ихлас күңелле, тырыш ҡыҙға киләсәгенең матур булыуын, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code