Колхозға ярҙам иттек

Күңелле каникулдың һуңғы айы – август бара. Йәйге осорҙа һәр бала ял итергә һәм мәктәпкә барғансы аҙ булһа ла аҡса эшләргә теләй. Беҙҙең Исмаил мәктәбе уҡыусылары ла был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша.

Ауылыбыҙҙағы Хәниф Вәлиев исемендәге колхоз иген йыйыу, һөт һәм ит етештереү буйынса районда ғына түгел, республикала ла алдынғылар рәтендә. Ике фермала малсылар күңел биреп эшләй. Бер кешегә 5 быҙау ҡарарға тура килә.
Йәйгелеккә ферманан һыйыр­ҙар­ҙы йәйләүгә алып сығалар. Унда малҡайҙар көн оҙонона саф һауала, тәбиғәт ҡосағында йөрөй. Фермала быҙауҙар ғына ҡала. Ошо ваҡыттан файҙаланып, колхозсылар ремонт эштәрен башҡара. Бында уларға мәктәп уҡыусылары ла ярҙам итә. Уҡытыусыбыҙ Илнар Салауат улы Шәрифуллин етәкселегендә бер төркөм балалар эшкә төштө. Малайҙар тиреҫ ырғытты, ҡыҙҙар ферманы аҡланы, тәҙрә йыуҙы. Эш ауыр булһа ла, аҡсаһын алыуы бик күңелле ине.

Лилиана ҠАШҠАРОВА, йәш хәбәрсе.
Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code