Клип төшөрөү ҙә ҡыҙыҡ!

«Иғтибар! Камера! Мотор!» Был һүҙҙәр апайымдың ихатаһында бер нисә көн яңғырап торҙо.
Нимә тураһында һүҙ бара икән, тип аптырап ҡалғанһығыҙҙыр әле? Хәҙер барыһын да яҡшылап аңлатам.
Быйылғы йәй һалҡын, ямғырлы көндәре менән аптыратты бит. Тышта йөрөп булмай, урамда уйнаусы балалар ҙа бик һирәк. Күберәк компьютер артында ултыралар. Ә беҙ ваҡытты ҡыҙығыраҡ үткәрер өсөн был замана техникаһын икенсе юҫыҡта ҡулланырға булдыҡ.

Йыл аҙағында мин үҙебеҙҙең синыфта репортаж төшөрөп, видеояҙмаларҙы махсус программала киҫергә, ҡушырға, музыка ҡуйырға өйрәндем. Шунан һуң алыҫ юлға сыҡҡанда интервью алып, репортаждар әҙерләргә тырыштым.
Июль уртаһында ике туған апайым һәм һеңлеләрем менән Өфө районында ҡунаҡта осраштыҡ. Уйнайбыҙ, тип телефондарына йәбешкәс, һеңлеләремде ҡыҙыҡһындырыр өсөн билдәле төркөмдөң клибына пародия төшөрөргә тәҡдим иттем. Ләкин ул тиҙ генә эшләнмәй икән. Костюмдар әҙерләнек, төрлө хәрәкәттәр өйрәндек. Нәркәс апайым оператор ролен үтәне. Айһылыу, Зарина һәм мин актёрҙар булдыҡ.
Костюмдар кейгәс, грим һалғас, эй, ҡыҙыҡ булды. Башта клипты дублдәргә бүлдек. Беренсеһен төшөргәндә күберәк көлөштөк, шулай ҙа ролдәр­ҙе оҡшатып башҡарырға тырыштыҡ. Икенсе дублде машинала төшөр­ҙөк. Нәркәс апайым музыкаһыҙ ҙа оҫталығын күрһәтте. Камера һелкенмәгән. Айһылыу менән Зарина, көлкөләре килһә лә, етди генә бейеп төшкән.
Компьютерҙа видеоларҙы ҡыҫҡартып, йырҙы һәм төрлө эффекттарҙы ҡушып, ниһайәт, эшебеҙҙе тамамланыҡ. Клипты ҡарағанда күҙҙән йәштәр сыҡҡансы, тәгәрәп ятып көлдөк. Пародия бик уңышлы килеп сыҡҡан. Видеороликты атай-әсәйҙәребеҙгә, таныштарға күрһәткәс, барыһы ла беҙҙе маҡтаны. Операторҙың эшен оҡшаттылар. Ошо видеоны төшөрөп, беҙ шундай һәйбәт, ҡыҙыҡ һәм күңелле көндәр үткәрҙек. Был эш барыбыҙға ла бик оҡшаны. Тағы бер нисә клип төшөрөп ҡараныҡ.
Шулай итеп, файҙалы ла, ҡыҙыҡ та шөғөл таптыҡ: хәҙер ҡайҙа барһам да, фотоаппарат менән видеокамера һәр саҡ үҙем менән бергә.

Рушана ХИСАМЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code