«Кларнет — яҙмышым»

0WdSzoWKu_YШулай ти Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын яулаусы, Максим Дунаевский исемендәге мәҙәни программалар фондының арт-директоры, Мәскәү дәүләт филармонияһының эксклюзив солисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, яҡташыбыҙ Артур НӘзиуллин.
Ул – Өфө егете. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Шулай булмай ни, өйҙә бөтәһе лә музыкант бит: атаһы кларнетта уйнаған, әсәһе альтта уйнай. Артур ҙа биш йәшенән шөғөлләнә башлай. Ул да, атаһы кеүек, серле лә, моңло ла кларнетты һайлай. Тәүҙә музыка мәктәбендә уҡый, аҙаҡ Ҡазанда һәм Мәскәүҙә белемен камиллаштыра. Пётр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын һәм Германияның Берлин ҡалаһындағы Юғары музыка мәктәбен тамамлай. Түбәндә һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Артур ағай, һеҙҙең яулаған исемдәрегеҙ байтаҡ, егерме биш йәшегеҙҙә үк Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы исеменә лайыҡ булғанһығыҙ. Кларнетсылар­ҙың Халыҡ-ара ассоциацияһының мәғлүмәттәре һөҙөмтәләре буйынса, һеҙ яңы быуындың иң перспектив 10 кларнетсыһы араһына ингәнһегеҙ. Бындай бейеклектәр яулар өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
– Кешенең маҡсаты булырға тейеш һәм шуны тормошҡа ашырыр өсөн тырышырға кәрәк. Бер ниндәй еңеү ҙә еңел бирелмәй, ниндәйҙер үрҙәргә артылыр өсөн арымай-талмай эшләү талап ителә.
– Бейеүселәр көнөнә өсәр сәғәт бейергә тейеш, тип әйтәләр. Ә һеҙ көн һайын нисә сәғәт кларнетта уйнай­һығыҙ?
– Бәләкәй саҡта унар сәғәт уйнай торғайным. Тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ ҡына уңыштар килтерә. Хәҙер ҙә көн дә уйнап, маһирлыҡты үҫтерәм.
– Һеҙ бөйөк кешеләр менән бер сәхнәлә сығыш яһай­һығыҙ. Тәүге тапҡыр ниндәй билдәле музыкант менән бергә уйнанығыҙ?
–Ҡаҙағстандың һәм Рәсәй­ҙең халыҡ артисы, бөйөк дирижёр Фуат Шакир улы Мансуров менән Ҡазанда концерт ҡуйҙыҡ. Ул симфония оркестры менән дирижёрлыҡ итте, мин кларнетта уйнаным. Ул саҡта 14 йәш ине.
– Ҡаушатманымы?
– Ҡурҡытманы, әммә тулҡынландым. Мин әле лә һәр сығышым алдынан тулҡынланам. Ижад кешеһе өсөн был тәбиғиҙер, тип уйлайым. Сөнки ана шул тулҡынланыу музыканы айырыуса хисле итеп тамашасыға еткерә. Бөйөк дирижёрҙар Денис Мацуев, Владимир Спиваков, Максим Дунаевский, Валерий Гергиев һәм башҡалар менән бер сәхнәлә сығыш яһағанда ла, мәктәп уҡыусылары менән үткәрелгән концерттарҙа ла тул­ҡынланыу хисе биләй.
– Артур ағай, һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Мәскәүҙәге Баш­ҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы «Баш­ҡортостан яҡташтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булып тораһығыҙ. Яңыраҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һәләтле балаларға шәхси стипен­дия­ғыҙҙы бүләк иттегеҙ…
– Был уй миндә электән бар ине. Мәҙәниәт үҫешһен өсөн матди ярҙам бик мөһим икәнлеген үҙемдән сығып әйтә алам. Бәләкәй саҡта миңә «Яңы исемдәр» фонды ярҙам итте, шуға ла Рим Папаһы алдында ла, Америка сенатында ла сығыш яһай алдым. Аллаға шөкөр, хәҙер мәҙәниәткә оло иғтибар бүленә. Шул уңайҙан Баш­ҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға рәхмәтемде белдерәм. Хәҙер бит мәктәптәргә музыка ҡоралдарын алырға махсус ярҙам күр­һәтелә. Халыҡты рухи байытыу өсөн асыҡ һауала симфония төндәре үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Мин дә, үҙемдең өлөшөмдө индерәйем тип, «Йондоҙлоҡ» шәхси стипендиямды булдырҙым. Мәктәптәр­ҙән ебәрелгән кандидаттар араһынан әсәйем, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Гөлнара Нәзиуллина менән иң-иңдәрен һайлап, биш балаға стипендия булдырҙым. Был эште киләсәктә лә дауам итеп, Халыҡ-ара музыка көнөндә тапшыра торған матур йолаға әйләндерергә иҫәбем бар.
– Былтыр Башҡортостан ҡалалары буйлап уҙғарған концерттарығыҙҙан йыйыл­ған аҡсаларҙы ла мәрхәмәтлеккә бүлгәнһегеҙ…
– Эйе, бөтәһе ике йөҙ мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Улар­ға сәнғәт мәктәптәре кос­тюм­дар, музыка ҡоралдары алды, балаларға премиялар бүленде. Шулай уҡ республика ҡалалары буйлап үткәрелгән турҙа мин йәш музыканттарға оҫталыҡ дәрестәре бирҙем. Уҡыусылар менән бергәләшеп сығыштар ҙа яһаныҡ. Бындай сара улар өсөн бик фәһемле булғандыр, тип уйлайым.
– Артур ағай, һеҙҙең ваҡытығыҙ бик тығыҙҙыр инде… Өфөгә йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Ваҡыт, әлбиттә, аҙ. Концерттарҙың ике йылға алдан графигы төҙөлгән. Шулай ҙа тыуған яҡтарға йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Өләсәйем Салауат ҡалаһында йәшәй, уның янында ҡунаҡта булып китәм.
– Тормошоғоҙҙо музыкаһыҙ күҙ алдына ла килтермәйһегеҙҙер, моғайын. Шулай ҙа, кларнет булмаһа, ниндәй һөнәрҙе юлдаш итер инегеҙ?
– Һәр кешенең үҙ юлы, күңеле тартылған һөнәре була. Мин үҙ юлымды таптым һәм шуға ла бәхетлемен. Музыканан, кларнеттан башҡа үҙемде бер ниндәй ҙә һөнәр эйәһе итеп күрмәйем. Шуға киләсәккә юлығыҙҙы алдан уҡ билдәләгеҙ, күңел тартылышығыҙҙы һиҙемләгеҙ.
– Артур ағай, гәзит уҡыу­сыларына теләктәрегеҙ?
– «Йәншишмә»не уҡыусылар­ға теләгем шул: маҡсатығыҙға ирешегеҙ, бараһы юлығыҙҙа туҡтап ҡалмағыҙ, тырыш булығыҙ, шунда ғына һеҙгә уңыш йылмайыр!

Сөмбөл ИСҠУЖИНА,
йәш хәбәрсе.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code