Китапханала – видео-марафон

Ирекмәндәр ойошторған видео-марафон Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында ла дауам итте. Был көндө Өфөнөң статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, сауҙа-иҡтисад колледждары студенттары һәм Өфөнөң 126-сы мәктәп уҡыу­сылары Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
Видео-марафон халыҡ шағирының ижадына арналды, ә Өфөнөң һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, ҡала советы сараны ойоштороусылар булды.

Сәлиә ӘХМӘТШИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code