Китапханала – ҡурсаҡ театры

Ауылыбыҙ китапханаһында мәктәптең III синыф уҡыусылары менән ҡурсаҡ театры түңәрәге ойошторҙоҡ. Тәүҙә китапханасы Финиза Ғайса ҡыҙы Әбделғужина ҡурсаҡтар, театр тураһында һөйләне. Сәхнәләштереү өсөн «Эт нисек үҙенә хужа тапты?» тигән әкиәтте алырға булдыҡ. Бөтәһенә лә ролдәр етһен өсөн хатта үҙебеҙ бер нисә персонаж да өҫтәп ебәрҙек. Ҡурсаҡтарҙы ҡул аҫтындағы бөтә йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ҡулайлаштырып эшләнек, етмәгәндәрен үҙебеҙ тектек.

Тәүге сығышыбыҙ «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһында булды. Кескәйҙәр әле мәктәпкә йөрөмәһәләр ҙә, бик күп әкиәттәр белә. Улар беҙҙең ҡурсаҡ театры күр­һәткән ҡыҙыҡлы тамашаны бик яратып ҡараны. Сөмбөл һәм Рузилә Арыҫлановалар, Гөлфиә Мусина, Шәүрә Ҡотошова, Алтынай Ғәлиева, Айзилә Исҡужина, Флорис Хәмиҙуллин, Аслан Солтанбаев һәм мин ролдәрҙе килештереп уйнаныҡ. Ә Азалиә Ҡаһарманова автор һүҙҙәрен уҡып, әкиәтте алып барҙы. Динара Хәлитова декорациялар эшләште, музыка менән биҙәүсе булды. Ҡурсаҡтар­ҙың сәхнәнең әле бер мөйөшөнән, әле икенсеһенән килеп сығыу­ҙарын кескәйҙәр мөкиббән китеп, иғтибар менән күҙәтте.
Икенсе тапҡыр 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан сығыш яһаныҡ. Бөтә оҫталығыбыҙҙы һалып, әсәй­ҙәр алдында һынау тоттоҡ.
Яҙғы каникулдың беренсе көнөндә мәктәбебеҙгә ҡунаҡҡа күрше Өмбәт, Мәзит ауылдарынан башланғыс синыф уҡыу­сылары килде. Улар­ға ла әкиәт күрһәтеп, ныҡ шатландырҙыҡ.

Аделина РӘЙЕМҒУЖИНА.
Ейәнсура районы, Үрге Муйнаҡ ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code