Китапханала ҡунаҡта

Республика көнөн йыл һайын матур итеп үткәрәбеҙ. Быйыл да беҙ, V «А» һәм V «Б» синыфы уҡыусылары, был байрамды шатланып көтөп алдыҡ.

Республикабыҙ тураһында белемебеҙҙе арттырыр өсөн синыф етәкселәре Лилиә Фәнис ҡыҙы һәм Салауат Урал улы Ҡашҡаровтар менән ауыл китапханаһына интеллектуаль уйынға бар­ҙыҡ. Китапхана мөдире Зинфира Нәжип ҡыҙы Хәкимова һәм китапханасы Гүзәл Григорьевна Сафина беҙҙе шатланып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Улар Башҡортостаныбыҙ тураһындағы яңы китаптар менән таныштырҙы, тәбиғәтебеҙ, уның байлығы, ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле кешеләр, композиторҙар, артистар, яҙыусылар, рәссамдар хаҡында һөйләне. Ә моңло ҡурай тауышы сараға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Уйыныбыҙҙы йомғаҡлап, белемдәребеҙҙе тикшереү өсөн викторина һорауҙарына яуап бир­ҙек.
Тыуған илебеҙгә булған яратыу һәм уның менән ғорурланыу хистәрен ятлап килгән шиғырҙарыбыҙ, матур йыр­ҙарыбыҙ аша ла белдерҙек. Шулай итеп, беҙ был уйында республикабыҙ тураһында белемебеҙҙе һынаныҡ, бик күп яңылыҡтар белдек. Викторина күңелле һәм мауыҡтырғыс булды. Беҙ, тағы ла килербеҙ, тип ҡайтып киттек.
Күкрәп йәшәһен, Баш­ҡорт­останы­быҙ!

Данийәр ХӘКИМОВ, V синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code