Китапханаға сәйәхәт

2-се мәктәптең I «Д» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Лина Марс ҡыҙы Аверьянова менән район балалар китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы. Уның мөдире Ирина Борисовна Безрукова һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙар, малайҙарҙы йылы ҡаршы алып, китапхана фойеһы, уҡыу залы буйлап экскурсия ойошторҙо. Әкиәттәрҙән өҙөктәр уҡып, уҡыу­сыларҙың белемдәрен дә тикшереп өлгөрҙөләр. Балалар күпте белә икән. Һуңынан бергәләп йәнһүрәт ҡаранылар.

Уҡыусыларға ҡунаҡта булыу бик оҡшаны. Китапханасылар уларға уҡыуҙарында уңыштар теләне, тағы ла килергә саҡырып ҡалдылар. Был йәнле аралашыуҙан балалар артабан да китап менән дуҫ буласаҡтарын һәм китапханаға йөрөйәсәктәрен белдереп, шат кәйеф менән таралышты.

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code