Китап ярата балалар

Китапханала.

Ғәбдүк ауылы моделле китапханаһында ла Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ойошторолдо. Был сараға мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар саҡырылды.

Аҙналыҡ «Китаптың тыуған көнө» тигән әҙәби кисә менән башланды. Унда балалар ошо байрамдың тарихы менән танышты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йомаҡ систе. Икенсе көн Самуил Маршак һәм Сергей Михалков әҫәр­ҙәренә иллюстрация эшләнеләр.
Башланғыс синыфтар «Әкиәттәр иленә сәйәхәт» темаһына викторинала үҙҙәренең көстәрен һынаны. Артабан иң зирәктәр һәм отҡорҙар ребустар төҙөп килтерҙе.

Азалиә Әхмәтйәнова.

VIII синыф уҡыусыһы Азалиә Әхмәтйәнова аҙналыҡта иң әүҙеме булды: яратҡан китабына аннотация яҙҙы, Сергей Михалковтың «Мимо­за» шиғырына иллюстрация эшләне һәм ребус­тар төҙөнө. Дүртенсенән Нәркәс Әхмәтйәнова, Сәғит Ғилманов, Дияз Мөхәмәтйәнов һәм Эльвина Вахитовалар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты. V – IX синыфтар өсөн «Әҙәби геройҙарҙың хоҡуҡтары» тигән викторина уҙҙы.
Йомғаҡлау көнөндә иң әүҙем ҡатнашҡан уҡыу­сылар билдәләнде. Рамаҙан Ғәлиәкбәров, Нәркәс Ғилманова, Азалиә Ғәлимова, Илһам Мостафин (VII синыф), Ильяс Шөғәйепов, Лилиә Мәхмүтова, Фаягөл Ғәлимова (VI), Линара Баязитова, Ильяс Ғарипов, Айназ Мырҙагилдин (V) грамоталар менән бүләкләнде.
Уҡыусыларҙың әҙәбиәтте яратыуы – ҡыуаныслы күренеш. Киләсәктә лә уларҙың китап һәм китапхана менән дуҫ булырҙарына ышанабыҙ.

Сәүиә ЗАКИРОВА, китапхана етәксеһе.
Белорет районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code