Китап уҡырға яратам

Йәмле йәй миҙгелен аш­ҡынып, һағынып көтөп алам. Өс ай эсендә әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрай­һың, иҫтәлекле, бәхетле минуттар кисерәһең. Тик йәй көнө генә ҡояш үҙенең йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Рәхәтләнеп һыу инеүҙәр, емеш-­еләк йыйыуҙар, тирләп-бешеп бесән эшләүҙәр, ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандар менән осрашыуҙар, күңелле һабантуйҙар, туйғансы йоҡ­лау­ҙар – былар барыһы ла йәйгеһен генә була торған иҫтәлекле мәл.

Каникулымдың тәүге көндәрендә хозур тәбиғәтле тыу­ған ауылым Байназар­ҙағы Суҡы, Күгәрсен ҡаяларына һәм Ҡурыуҙы тауына, Ҡурғашлы ауылындағы Шәмәр тауына сәйәхәт ҡылдым, Ағиҙел йылғаһы янында ял иттем.
Ғаиләбеҙ менән районыбыҙҙың һоҡланғыс урындарының береһе Шүлгәнташҡа ла барҙыҡ. Йылҡысыҡҡан күленең шифалы һыуын эсеп, күңелдәребеҙҙе пакландыр­ҙыҡ. Быйыл емеш-еләк бик уңды. Улар бешеп өлгөргәс тә апайым менән көн дә урманға йөрөнөк. Яланда – тур­ғай, шартый, ә баҡсабыҙҙа ҡурай еләге йыйҙыҡ. Әсәйем менән бергәләп ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләнек.
Йәйҙең иң иҫтәлекле һәм ҡыҙыу ваҡыты – бесән эшләү. Туғандарым менән бергәләп малға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләнек. Яратҡан ҡустыларым Ишморат менән Сынбулатты ҡараштым. Бергәләп саф һауала йөрөнөк, уйнаныҡ, йәнһүрәттәр ҡараныҡ. Улар менән шул тиклем кү­ңелле, рәхәт! Бәләкәй сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым.
Һәр кешенең күңеленә яҡын, яратҡан шөғөлө бар. Мин китап уҡырға һәм яҙышырға әүәҫмен. Каникул осоронда Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повесын , «Һөнәрсе менән Өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәттәрен, Айгиз Баймө­хәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», Һәҙиә Дәүләтшинаның «Айбикә», Әмир Әминевтең «Ҡытайгород», Ноғман Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» тигән әҫәр­ҙәрен уҡыным. Шулай уҡ үҙем дә уймаҡ хикәйәләр, иншалар, шиғырҙар яҙҙым.
Каникулым иҫтәлектәргә, хәтирәләргә бай, күңелле, ҡыҙыҡлы, сағыу, онотолмаҫ булып, күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Йәмле йәйем тормош китабыма яңы бер матур бит өҫтәне. Мин йәйҙе, каникулды бик ныҡ яратам!

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code