Кишер тигәнем… укроп булған

Йәйҙе нисек яратмайһың инде? Зәңгәр күк йөҙө, йәшел үлән, сәскәле болон, шаян күбәләктәр, сағыу ҡояшҡай тышҡа саҡырып ҡына тора. Каникулға сығыу менән: «Алда өс айлыҡ ялым, бигерәк оҙаҡ, мәктәп, иптәштәрем һағынды­рыр инде», – тип уйлағайным. Ә өс ай ваҡыттың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Каникулым бик матур уҙҙы.

Уҡыуҙар тамамланыу менән мәктәп баҡсаһына эшкә йөрөнөк. Кишер, сөгөлдөр, сәскә ултыртып, бер аҙна тир түктем. Өйҙә лә әсәйем менән бергәләп баҡсабыҙға төрлө сәскәләр ултырттыҡ. Кишерҙе үҙем генә сәсәм, тип еңмешләнеп, йәһәт кенә ике түтәлгә орлоҡтар һибеп сыҡтым. Быйыл яҙ һыуыҡ килгәс, баҡса эше лә бер аҙ һуңға ҡалды шул. «Ярай, алда йылы көндәр булыр әле, һәр йылдағыса, баҡсабыҙ мул уңыш бирер», – тип үҙемде эстән генә йыуатып ҡуйҙым. Көн дә һыу һибә торғас, яйлап түтәлдәрҙә йәшел генә шытымдар күренә башланы.
Минең кишер тип сәскән түтәлдәрҙә бер заман ҡуйы булып укроптар килеп сыҡмаһынмы? Орлоҡтарҙы бутағанмын икән. «Быйыл кишер урынына укроп кимерәбеҙ инде», –тип шаяртып көлә әсәйем.
Икенсе айымды Әлшәй районындағы «Йәйләү» лагерында үткәрҙем. Бында һәр теләгән кеше килә алмай, тик алдынғылар, тырыштар ғына йыйылғайны. «Йәйләү»гә юллама алғас, бик ныҡ ҡыуандым. Беренсе көндә беҙҙе ырыуҙарға бүлделәр ҙә бәләкәй генә аласыҡтарға урынлаштыр­ҙылар. Башта буталып, аҙашып та йөрөнөк әле, аҙаҡ яйлап өйрәндек.
Беҙҙең ырыуҙың әйҙәүсеһе итеп Гөлнур Басир ҡыҙын ҡуйҙылар. Яғымлы, иғтибарлы, алсаҡ йөҙлө апай һәр яҡлап кәңәшсе лә булды. Лагерҙа ял итеү миңә ныҡ оҡшаны.Беренсенән, үҙемә бик күп дуҫтар тапһам, икенсенән, ҡурайҙа, гитарала, ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөм.
Әлиә апай Әбдрәшитова оҫта итеп бейергә өйрәтте. Тап ошо лагерҙа күптәнге хыялым тормошҡа ашты: «Бирешмә» төркөмө менән яҡындан таныштым. Сығыш яһаған ваҡыттарында ҡушылып йырланыҡ, бейенек һәм иҫтәлеккә фотоға төштөк. Улар үткәргән конкурста еңеп, махсус бүләктәрен дә алып ҡыуандым. «Байыҡ», «Йәйләү һылыуы» конкурстарында ҡатнашып, икенсе урындар яуланым. Бәйгеләрҙә әүҙем булғаным өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләндем. Көндөҙ уйындар уйнаһаҡ, кисен дискотекала бейеп, күңел астыҡ. Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны хушлашыу усағы булды. Яңы дуҫтар менән айырылышҡы килмәй, әҙерәк илашып та алдыҡ.
Әле лә «Йәйләү» лагерын һағынып иҫкә төшөрәм һәм уны ойошторған мәғариф министрлығына, тәмле аштар менән һыйлаусы ашнаҡсыларға, йыйыштырыусыларға, ырыуҙарҙы әйҙәүсе апай, ағайҙарға, башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Нуретдин ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Ә өсөнсө айымды инде мин гүзәл Бөрйән яҡтарында үткәрҙем. Унда өләсәйем менән олатайым йәшәй. Йыл һайын яндарына һағынып, ҡанатланып осҡан һымаҡ барам. Бында тәбиғәттең матурлығына һоҡланып туймаҫлыҡ. Ҡая таштар өҫтөндә үҫкән ағастар, ер өҫтөнә урғылып сыҡҡан шишмәләр, бейек-бейек тауҙар, ҡосаҡ етмәҫ имән ағастары – барыһы ла үҙе бер мөғжизә!
Олатайым менән өләсәйем дә мине ныҡ һағынған, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Тиҙ арала ҡуҙ самауыры ла өҫтәлдең түренә менеп ултырҙы. Өләсәйем майлы ҡоймаҡ, йүкә балы менән ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланы. Селтәрләнеп бешкән ҡоймаҡ та телеңде йоторлоҡ. Ә самауыр сәйе ниндәй тәмле, эсеп туйғыһыҙ.
Ауыҙ-морондо баллап, майлап сәй эсеп алғандан һуң, тышҡа сыҡтым. Тирә-яҡҡа ҡарап эре генә баҫып торам. Бер ваҡыт нимәлер эргәмдә генә безелдәй башламаһынмы?! Ян-яғыма ҡарайым, бер ни ҙә күренмәй. Шул ваҡыт апайым: «Ҡас, бал ҡорттары бит!» – тигәс, сәбәләнеп йүгерә башланым. Берәүһе сәс араһына кереп тә өлгөргән, елкә төбөн ныҡ ҡына сәнсеп тә алды. Ауыртыуға түҙә алмай ни эшләргә белмәй тор­ғанда, ике туған ағайым:
– Эй-й, бахырҙы, үлә инде, – тигәс, ҡурҡышымдан ҡысҡырып иларға тотондом.
– Бәй, ниңә илайһың, ныҡ ауыртамы ни? – тине ағайым, мине йәлләп.
– Нимә, хәҙер үләмме ни?
Ағайым ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Мин бит һине түгел, бал ҡортон әйттем, ҡаяуҙары кеше тәнендә тороп ҡалғас, улар оҙаҡ йәшәмәй, үләләр. Аңланыңмы инде?
– Ыһы, – тинем башымды ғына һелкеп. Үҙем ғәйепле инде, бал ашағандан һуң бит-ҡулдарҙы йыумай сыҡҡас.
Матур тәбиғәт ҡосағында емеш-еләк ашап, инәйҙәремдең үҙҙәре етештергән бейә, кәзә ҡымыҙын эсеп, татлы бал ашап, Ағиҙелдә һыу инеп, рәхәтләнеп ял итеп, көс-дәрт алып ҡайттым гүзәл Бөрйән яҡтарынан.

Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code