Киләсәк – һәләтлеләр ҡулында

Миләүшә Мәхмүтова.

Фәнис Абдуллин.

Мәктәбебеҙҙең бер нисә алдынғы уҡыусыһы тураһында яҙып үткем килә. Улар бөтәһе лә яҡшы уҡыуҙары, һәләттәре, әүҙемлектәре менән айырылып тора. XI синыфты тамамлаған Миләүшә МӘХМҮТОВА спорт яғынан шәп. 2014 йылда саңғы буйынса Башҡорт­остан йыйылма командаһына инеп, Анапаға ярышҡа барҙы һәм II урын яуланы. ГТО нормативтарын үтәү­ҙә лә иң-иңе булды.
– Ваҡытымды бушҡа үткәрергә яратмайым, шунлыҡтан һүрәт төшөрәм һәм шахмат уйнайым, – ти ул.

Вәлиә Йәнтүрина.

Тимур Мәмбәтҡолов.

Фәнис АБДУЛЛИН да:
– Cпорт менән шөғөлләнеүҙән ҡәнәғәтлек алам. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙгә ышанаһығыҙ икән, барлыҡ маҡсаттарығыҙға ирешер­һегеҙ, – ти. Фәнис ағай теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Математиканан олимпиадалар еңеүсеһе. Ә гер күтәреү буйынса республика ярышында I урын алды.
VIII синыфты тамамлаған Вәлиә ЙӘНТҮРИНА ла – бына тигән спортсы. Еңел атлетика менән шөғөлләнә. Ул да ГТО нормаларын һәйбәт тапшыра. Күп олимпиадалар еңеүсеһе. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте – иң яратҡан дәрестәре. Инглиз телен ихлас өйрәнә, хатта йырлай ҙа. Вәлиә бейергә лә әүәҫ. Төрлө саралар­ҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы. Буш ваҡытында һүрәт төшөрә, бәйләм бәйләй.
– Киләсәктә табип һөнәрен үҙләштереп, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарғым килә. Маҡсатта­рым тормошҡа ашыр, тип уйлайым, – ти ҡыҙ.

Наил Зәйнуллин.

Белем усағының тағы бер ғорурлығы – унынсынан Тимур МӘМБӘТҠОЛОВ. Ул – математика һәм физкультуранан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призёры. Физиканан да еңеү яуланы. Район конкурстарында ҡатнашып, урындар ала. Тәнәфестә лә Тимурҙың буш йөрөгәнен күрмәҫһең: сөнки өҫтәл теннисы, шашка, шахмат, гер күтәреү менән мауыға. Спорт яратҡан егет еңел атлетика буйынса беренселекте бирмәҫкә тырыша.
Үҙемдең синыфташтарым араһында Наил ЗӘЙНУЛЛИН үрнәк булып тора. Ул да төрлө яҡтан һәләтле. Бик тырыш, ҡуй­ған маҡсатына ирешеүсән һәм ярҙамсыл. «Бишле»гә генә уҡый, математика, урыҫ һәм инглиз телдәренән район олимпиадаһы еңеүсеһе. Физиканан фәнни-ғәмәли конференцияла ла беренсе булды. Интернет аша дистанцион бәйгеләрҙә лә еңеүсе исемен ала. Пианинола, синтезаторҙа уйнай, бейеү түңәрәгенә лә теләп йөрөй.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code