Киләсәгеңә кәртә ҡуйма!

Тағы бер уҡыу йылы тамамлана. Алда – һағынып көтөп алған иң оҙон каникул! Әммә ул күңелле һәм бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән ата-әсәләр йыйылышының бер өлөшө лә ошо темаға арналды. Унда Киров районы эске эштәр бүлегенән балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор, полиция майоры Светлана Хәлит ҡыҙы Зәйнетдинова, йәмәғәт тәртибен һаҡлау бүлегенән Анна Валерьевна Фәсхетдинова саҡырылғайны.

Улар әлеге ваҡытта балиғ булмағандар араһында йыш осраған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында һөйләне, атай-әсәйҙәрҙе балаларына иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.
– Уҙған йылда велосипед урлау осраҡтары күп булды. Әйтергә кәрәк, һәйбәт ғаиләләрҙән сыҡҡан, бер нәмәгә мохтаж булмаған үҫмерҙәр алып ҡаса кеше әйберен. Былай ғына, ҡыҙыҡ күреп, нимә булыр икән, тип. Ә ни көтә һуң кеше әйберенә тейгәс? Ҙур магазиндарҙан ваҡ-төйәкте кеҫәләренә һалып алып сығыусылар етерлек. Күҙәтеү камераһы, һаҡсылар бар, тип тормайҙар. Ә тотолһалар, хоҡуҡ һаҡсылары протокол төҙөй, был балалар полицияға иҫәпкә ҡуйыла, атай-әсәйҙәренә штраф һалына. Тимәк, киләсәгеңә кәртә ҡуйҙың, тигән һүҙ. Уҡырға ингәндә, эшкә урынлашҡанда ла был турала мәғлүмәт күренәсәк, – тине Светлана Хәлит ҡыҙы.
Тағы комендант сәғәте тураһында ла иҫкәртте ул. Йәйгеһен төнгө 12-нән ир­тәнге 6-ға тиклем үҫмер­ҙәр урамда, йәмәғәт урында­рында тик атай-әсәйҙәре йәки уларҙы уллыҡҡа алыу­сылар менән генә булырға хоҡуҡлы. Олатай-өләсәй, ағай-апайҙары менән йөрөгәндәрен тап ит­һә, полиция хеҙмәткәрҙәре протокол тө­ҙөргә хаҡлы. Йәнә штраф һаласаҡтар.
Светлана Зәйнетдинова һуңғы ваҡытта өлкән синыф уҡыусыларының 10-ар кеше бергә йыйылышып, ҡуртымға берәй фатир алып, тыуған көн үткәрергә ғәҙәтләнеүе тураһында ла бәйән итте. Иҫерткес эсемлек тә эсәләр. Был турала өлкәндәр беләме икән? Анна Валерьевна ла үҙ тәжрибәһенән сығып, кәңәштәрен бирҙе. «15 – 20 көн эсендә 16 үҫмерҙе йорт ҡыйыҡтарынан алып төштөк. Бейеккә менеп, селфи эшләргә уйлағандар. Бының ғүмер өсөн ни тиклем ҡур­ҡыныс икәне тураһында әйтеп тораһы түгел. Протокол төҙөп, бөтәһен дә иҫәпкә ҡуйҙыҡ. Атай-әсәйҙәргә иғтибарлыраҡ булыр­ға кәрәк, әлбиттә. Балаларыбыҙ менән күберәк һөйләшәйек, яратыуыбыҙ тураһында әйтәйек, нисек ваҡыт үткәреүҙәре менән ҡы­ҙыҡһынайыҡ», – тине ул.
Күптәребеҙ улдарын, ҡыҙҙарын икенсе ауыл йә ҡалаға өләсәй-олатайҙарына, туғандарына ял итергә ебәрә. Балаларыбыҙ өсөн яуаплылыҡ та улар иңенә төшә. Ошоно нотариус аша нығытып та ҡуйырға кәңәш бирә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәр­ҙәре. Сөнки, Алла һаҡлаһын, берәй бәлә килеп тыуһа, дауаханаға ятырға тура килһә, ата-әсәнең ризалығы кәрәк булыуы ихтимал. Ә был документ булһа, мәсьәләне туғандарығыҙ ҙа хәл итә аласаҡ.
Йәйебеҙ хәүеф-хәтәрһеҙ, кү­ңелле үтһен!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code