Кескәйҙәргә – матур бүләк!

Бүздәктәге яңы балалар баҡсаһы.

Бығаса Бүздәк ауылында 4 балалар баҡсаһы бар ине. Яңыраҡ йәштәр күп йәшәгән яңы биҫтәлә лә тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учреждение­­һы асылды. «Башҡортостан Республика­һы ойошторолоуҙың 100 йыллығына – 100 объект» проекты буйынса төҙөлдө ул.

150 урынлыҡ «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы бик матур, заманса итеп һалынған. Музыка, физкультура залдары бар. Психолог бүлмәһе, логопед та эшләйәсәк. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бында малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн бәҙрәфтәр айырым. Кескәйҙәргә гендер тәрбиәһе биргәндә был да бик мөһим.
Әйткәндәй, быйыл Красноусольскиҙа, Үрге Тәтешлелә, Баймаҡ, Яңауыл, Учалы, Дәүләкән райондарында ла яңы балалар баҡсаларының сафҡа инеүе көтөлә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code