Кескәйҙәр өсөн спорт байрамы

Рәсәй үҙ тарихында тәүге тап­ҡыр бер ай буйы футбол йондоҙҙары өсөн көйөп янған мәлдә беҙҙә лә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында спартакиада ойошторолдо. Бүребай мәктәбендә райондың 12 балалар баҡсаһынан килгән командалар үҙҙәренең етеҙлектәрен биш спорт төрөндә һынап ҡараны.

Район мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү методисы Зәбирә Насип ҡыҙы Бикбаева ҡотлау һүҙҙәре әйткәс, Бүребайҙағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәй йондоҙсоҡтар спорт бейеүен бүләк итте. Бәләкәй спортсылар туп ташлауҙа, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, тиҙлеккә йүгереүҙә, эстафетала үҙ көстәрен күрһәтте. Һәр ярыш ҡыҙыу алҡыштар менән оҙатылып бар­ҙы. Ата-әсәләр көйәрмәндәр булып, балаларҙы дәртләндереп торҙо.
Барыһы ла тырышып уйнаны, сәмләнеп ярышты. Уйын һө­ҙөмтәләре буйынса, Бүребай­ҙағы балалар баҡсаһы командаһы I урын яуланы, Аҡъярҙың «Бәпембә»һе – II, «Йәйғор» балалар баҡсаһы өсөнсө булды. Ярышта ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм еңеүсе командаларға грамоталар тапшырылды.
Был күңелле сара Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреү инс­трукторы Зөмрәт Ҡоҙабаева етәкселегендә флешмоб менән тамамланды.
Балалар баҡсаларының физик тәрбиә биреү инструк­торҙары был ярышты юғары кимәлдә үткәрҙе. Беҙҙең төп маҡсат – балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу һәм уларҙы һау-сәләмәт итеп үҫтереү.

Гөлшат КӘРИМОВА, физик тәрбиә биреү инструкторы.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code