Кескәйҙәр әкиәт ярата

Лилиә Ғәбитова, Азалиә Фәтҡуллина, Камила Хәбирова, Раушания Кашапова, Алмас Рәхимҡолов.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың өйҙәре таштан, һөйләйемме баштан?..

Әкиәт донъяһы! Кескәйҙәр күңел мөғжизәһенең матурлығын уның аша күҙаллаһа, ә өлкәндәр бала йөрәгенә орлоҡто тап ошо ауыҙ-тел ижады аша һала ла инде. Әкиәт һөйләүселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡтары әкиәттәре өлгөләрен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы ла йыл һайын үткәрелеп килә. Был бәйгенән беҙҙең 152-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалмай, гел призлы урындар яулап ҡыуандыра. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында район этабында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнән Раушания Кашапова – Маҡтау ҡағыҙына, Камила Хәбирова I урынға лайыҡ булды (етәкселәре – Әлмира Шәмсетдинова). Икенсе кескәйҙәр төркөмөнән Лилиә Ғәбитова II урынға cыҡты (Ғәлимә Аҙнабаева). Ә мин әҙерләгән Алмас Рәхимҡолов «Наҙ» номинацияһында еңде. Беренсе кескәйҙәр төркөмөнән Азалиә Фәтҡуллина Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде (Гөлнәзирә Шәйәхмәтова). Раушания – «Тур­ғай», Камила – «Зөһрә ҡыҙ», Лилиә – «Хәйләкәр Төлкө», Алмас – «Айыу һәм бал ҡорттары», Азалиә «Айыу ниңә өңөнән сыҡмай?» әкиәттәрен һөйләп күрһәтте.
Быйыл да балаларҙы «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсына әҙерләй башланыҡ. Улар беҙҙе еңеүҙәре менән тағы ла ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.

Әлиә РӘХИМҠОЛОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code