Кешелек донъяһына асыҡ хат

Эй-й-й, бөтә кешелек донъяһы! Был мин – тәбиғәт һеҙгә өндәшәм!
Бер генә минутҡа күҙегеҙҙе йомоғоҙ ҙа Ер йөҙөндә бер ниндәй тереклек, йән эйәһе булмауын хис итеп ҡарағыҙ әле… Ҡот осҡос күренеш! Ә бит һеҙҙе бар иткән, йәшәткән нәмә – мин. Һулар һауағыҙ, атлап йөрөгән ерегеҙ, эскән һыуығыҙ ҙа. Үкенескә күрә, көндәлек ығы-зығылар менән йәшәп, был хаҡта онотаһығыҙ. Мине яратҡан, һаҡлаған кешеләргә күңелем киң. Бер генә нәмә һорайым – үҙемде яҡлағыҙ. Күҙҙәремә тура ҡарап, серләшегеҙ, был иң бәхетле сәғәттәрегеҙ булыр.

Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығымды бирәм: эсәр һыуығыҙҙы, аҙыҡ-түлегегеҙҙе, кейер кейемегеҙҙе… Йәйен хуш еҫле, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләремә ҡарап һоҡланаһығыҙ, емеш-еләктәрем менән һыйланаһығыҙ. Көҙ мул уңыш бүләк итәм. Алтын көҙҙөң матурлығы, аяҡ аҫтында шығырлап ятҡан төрлө төҫтәге япраҡтарым иҫ киткес. Ҡышымдың да үҙ хозурлығы: тәүге ҡар бөртөктәре, сафлыҡ. Яҙ ҡышҡы йоҡонан уянам һәм тирә-яҡты йәшеллек, моңло ҡоштар тауышы менән биҙәйем. Мин һәр ваҡыт һеҙҙе шатландырып ҡына торормон, тип уйлағайным.
Бер мәл бик ныҡ ауырып киттем. Нимә булды һуң? Шул тиклем ауыр миңә! Баҡтиһәң, өҫтөмдә кешеләр ташлаған сүп-сарҙар, йылға-күлдәремдә бензин, кәнсир ҡалдыҡтары, пластик шешәләр йөҙөп йөрөй, ағастарымды ҡырҡалар, тау-таштарымды аҡтаралар, йәнлектәрем дә үлеп бөтөп бара… Тыным да бысраҡ һауанан, төтөн еҫенән ҡурыла.
Эй, кешеләр! Мин тере һүрәт кенә түгелмен, ә һеҙгә тормош, шәфҡәт, байлыҡ бүләк итеүсе. Һаҡлағыҙ ғына үҙемде, барын бирәм – мин бит тәби­ғәт! Әгәр үлһәм, һеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡһығыҙ. Яҙмы­шым – һеҙҙең ҡулда!

Нургизә ВӘЛИЕВА.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code