Кемдәр иң күп тауыш йыйҙы?

Уҙған йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы.

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙа партия исемлеге буйынса ла, бер мандатлы округтарҙа ла «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе иң күп тауыш йыйҙы – 110 мандаттың 79-ын алды. КПРФ – 15, ЛДПР – 7, «Ғәҙел Рәсәй» – 5, «Рәсәй патриоттары» менән «Йәшелдәр» 2-шәр мандатҡа эйә булды. Төбәк парламентына Сәнәғәт округынан үҙ-үҙен күрһәткән Айрат Кәримов та үтте.
Өфөлә тәүлеккә яҡын Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне. Унда тауыш биреү барышы тураһында бөтә мәғлүмәт тупланды. Бер көн эсендә матбуғат үҙәгендә 150-нән ашыу журналист, тиҫтәләгән политолог, партия вәкилдәре һәм төрлө белгестәр булды.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы лидеры, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса төбәктәр менән видеоконференция режимында селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы, партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тураһында һөйләгәндә, республика етәксеһе уның ғәҙел һәм конкурентлы үтеүен билдәләне.
– Һәр ваҡыттағыса, Башҡорт­остан һайлауҙар уҙғарыу йәһәтенән әүҙем эшләне. Беҙҙә һөҙөмтәләр яҡшы, һайлаусыларҙың яҡынса 50 проценты – 3 миллион һайлаусынан 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш бирҙе. Өфөлә һайлау участкаларының 95 проценты КОИБ-тар менән тәьмин ителде. Был һайлау­ҙарҙың ғәҙел, эшлекле, тыныс шарттарҙа үтеүе тураһында һөйләй. Һөҙөмтә лә, һис шикһеҙ, ғәҙел буласаҡ.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, Берҙәм һайлау көнөндә һайлаусыларҙың 49,8 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән, ҡала округтарында – уртаса 40,57%, ауыл ерендә – 61,91%. Өфөлә иһә һайлаусылар­ҙың 29,44 проценты ғына тауыш биргән. Быйылғы һайлауҙарҙа шулай уҡ 100 йәшен уҙған 155 һайлаусы теркәлгән. Ә 18 йәше тулып, бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыусыларҙың һаны –19 мең 618.
Шулай итеп, йәмәғәтселек өсөн тағы ла бер мөһим ваҡиға тарихҡа инеп ҡалды. Депутат мандатына эйә булыусыларҙың киләсәктә һайлаусыларҙың ышанысын аҡлауын, республикабыҙ өсөн файҙа килтерерҙәй кәрәкле закондар ҡабул итеүҙәрен теләйек.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code