Кейеҙ баҫа Зүлиә

Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе. Ул әле лә онотолмай, киреһенсә, өйрәнергә теләүселәр һаны арт­ҡандан-арта ғына. Мәктәбебеҙҙең II синыф уҡыусыһы Зүлиә Мәжитова ла кейеҙ баҫыуҙың бар нес­кәлектәрен дә белә. Нәзифә еңгәһенең һарыҡ йөнөнән матур быймалар эшләгәнен күргәс, унда ла был шөғөлгә өйрәнеү теләге уяна. Башта ул кейеҙҙе экологик яҡтан ентекләп өйрәнә. Һарыҡ йөнөнән эшләнгән кейеҙ таҙа, еңел, уңайлы һәм, иң мөһиме. йылы булырға тейеш.
– Кейеҙҙе ике төрлө баҫыу юлы бар. Беренсеһе – ҡоролай, йәғни махсус энә менән төрткөләп баҫып, йомшаҡ уйынсыҡтар яһай­ҙар, ә һыулап түшәк, быймалар баҫырға мөмкин. Зүлиә әсәһе менән бергә башҡара был эште. Һарыҡ йөнөн башта тетеп, йәйеп һалалар ҙа өҫтөнә һабындың иҙмәһен һибәләр. Йылы һыу ҡойоп, уны тәгәрәтәләр һәм әҙер булғас, һал­ҡын һыуҙа сайҡатып алалар ҙа кип­терәләр. Улар ике кейеҙ яһаған: беренсеһе башҡорт орнаменттары менән булһа, икенсеһе – аҡ ҡынанан. Бына тырышҡан кеше барыһын да булдыра бит!
Киләсәктә ғаилә бизнесын асып еберергә хыяллана оҫта ҡыҙ. «Гөлшат еңгәйем күпләп һарыҡ үрсетеп көтһә, әсәйем йөнөн ҡырҡып, тетеп торор. Ә Нәзифә еңгәйем унан йылы быймалар баҫып, халыҡты ҡыуандырыр. Мине иһә «ЭКО-КЕЙЕҘ» фирмаһының генераль директоры итеп күрерһегеҙ», – ти Зүлиә. Булмаҫ, тимә.
Әйткәндәй, яңыраҡ фәнни-эҙләнеү эштәре конкурсында ул кейеҙ баҫыу буйынса эшен яҡлап, үҙен күрһәтеп ҡайтты.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code