Каникулды – китап менән!

Йәй айҙары – балалар өсөн иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәл. Тик китап уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Сөнки ул фекерҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Киләһе уҡыу йылына ла әҙерләнеү мөһим. Шуға ла беҙҙә «Ҡояшлы китапхана» тип аталған йәйге уҡыу залы ойошторолдо. «Йәшел май­ҙансыҡ» булдырып, «Бөтәһе лә хай­уандар тураһында», «Йыһан», «Мөғжизәле илдә», «Атай-әсәйебеҙ менән уҡыйбыҙ», «Беренсе синыфҡа барабыҙ» тип аталған «станциялар»ҙа төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы китаптар тәҡдим итәбеҙ, күңелле саралар үткәрәбеҙ.

Уҡыу залын асып, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу май­ҙансығына «Балаларға шағирә Тамара Искәндәриә тураһында» тигән әҙәби-шиғри сәғәт менән сыҡтыҡ. Тормош юлына һәм ижадына байҡау яһағас, «Бәрәкәтле көн» китабынан оҡшаған әҫәрҙәрҙе бергәләп уҡыныҡ, һорауҙарға яуаптар эҙләнек. Слайд-презентация менән таныш­ҡандан һуң, күмәкләп фотоға ла төштөк. Шағирә һүҙҙәренә яҙылған «Әсәйемә» йырын тыңланыҡ. Балаларға уҡыу өсөн яңы китаптар тәҡдим ителде, әҫәрҙәргә байҡау яһалды.
«Минең Рәсәйемдең төрлө символдары бар» тип аталған интеллектуаль уйынды 44-се балалар баҡсаһының «Пингвин», «Ҡояшҡай» төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре өсөн үткәрҙек. Ҙур булмаған экскурсиянан һуң кескәйҙәрҙе «Ҡояшлы китапхана» менән таныштырҙыҡ, төрлө китап «станциялары» буйлап сәйәхәттә лә йөрөп өлгөрҙөк. Ә байрамдың төп өлөшөндә балаларҙы Рәсәйҙең символдары менән таныштырҙыҡ. Бәләкәстәр йомаҡтар ҙа систе, төҫлө һүрәттәрҙе ҡарап, әкиәттәр­ҙең, геройҙарҙың исемдәрен атаны. Ҡыс­ҡырып уҡыуҙар, әңгәмәләр ҙә ойошторолдо.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Беҙҙең урмандағы энәле дуҫтарыбыҙ» тигән әҙәби-экологик сәғәт үтте. Ошо уҡ көндө лагерҙа ял иткән балалар йәйге уҡыу залында ҡунаҡта ла булып өлгөрҙө. Улар Белорет ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап виртуаль сәйәхәткә сыҡты. Ҡыҙҙар, малайҙар тарих менән танышып ҡына ҡалманы, үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт тә алды.
Кескәйҙәр өсөн «Һүҙҙәр донъяһында», «Хайуандар донъяһында», «Үҫемлектәр донъяһында» тигән уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Хайуандар, бөжәктәр, үҫемлектәр исемдәре нисек, ҡайҙан килеп сығыуы тураһында слайдтар ҡараныҡ, сығыштар тыңланыҡ.
22 июнь – Бөтә Рәсәй буйынса Хәтер һәм ҡайғы көнө булғанлыҡтан, ҡыҙҙар, малайҙарға Бөйөк Ватан һуғышы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләнек. Бөгөнгө тыныс тормош өсөн илебеҙ һаҡсыларына рәхмәт әйттек, бер минут тынлыҡ иғлан итеп, иҫкә алдыҡ.
Дауыт Юлтый исемендәге китапханала «Ҡояшлы китапхана» тип аталған йәйге уҡыу залы эшен дауам итә, бөтә теләүселәрҙе лә үҙебеҙгә саҡырабыҙ.

Флүрә ШАКИРОВА, китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code