Каникулда аҡса эшләгең киләме?

Йәйге каникулда барлыҡ уҡыусылар ҙа ял итеп ятырға теләмәй. Үҫмерҙәр араһында ваҡытлыса эш эҙләүселәр күп. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге былтыр 5 мең уҡыусыны йәйгелеккә эшле иткән. Быйыл да шул сама үҫмер хеҙмәт урынлы булыр, тип күҙаллана. Рәсми эшкә урынлашҡан уҡыу­сыларға дәүләт, мәшғүллек үҙәктәре аша айына 1 мең ярым түләнә. Башҡаһы эш биреүсенән тора. Эш хаҡы минималь күләмдән кәм булмаҫҡа тейеш. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 14 – 16 йәшлектәргә эш көнө – 5 сәғәттән, 16 – 18 йәшлектәргә 7 сәғәт билдәләнгән.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code