Канчал тауы

Канчал – Бөрйән районының Ҡол­ғана ауылы янындағы күпте күргән сал тауҙарҙың береһе. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына ҡарай ул. Бик матур тәбиғәтле, тирә-яғында ҡарағай ағастары үҫә, еләк күп. Тик ҡурсаулыҡ булғас, йыйырға ярамай.
Тауҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанын өләсәйем Зәйтүнә Айытбаеванан һораштым. Ике варианты бар икән. Беренсеһе, «ҡан» һәм «шал» һүҙҙәренә бәйле. Граждандар һуғышы ваҡытында ауыл бер көн ҡыҙылдар ҡулында булһа, икенсе көнө аҡтарға күскән. Урындағы халыҡ аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ныҡ зыян күргән. Һуңы­нан ҡылыстар, штыктар, патрондар табы­ла. Һуғышта бик күп кеше ҡырылған. Тау ҡанға шал менән буяған ке­үек бул­ған. Бөрйәндә буяуҙы шал, тиҙәр. Ҡай­һы берәүҙәр тауҙы Ҡаншал тип йөрөтә.
Икенсе варианты ошолай. Бер ҡаты һуғышта һуңғы дошманды ауҙарғас, берәү: «Кончил!» – тип ҡысҡырған икән, йәғни бөттө, тигән. Шул һүҙ аҙаҡ үҙгәреп, Канчал булып киткән.
Беҙҙә тағы ла Памятник туғайы бар. Ҡыҙылдар ауылда саҡта аҡтарға улар­ҙың бында икәнлектәрен кемдер хәбәр итә. Төнөн килеп баҫып, аҡтар ҡыҙылдарҙы ҡыра. Ҡулға алынғанда­рын яҡындағы ошо туғайҙа аталар. Аҙаҡтан күлгә ташлайҙар, ә ауыл кешелә­ре һуңынан күлдән сығарып, кейемдәрен систереп алып, үҙҙә­рен бер ҡәбергә ерләй. Кейемдәрҙе ташламайҙар, сөнки юҡлыҡ ваҡыты була.

Рамаҙан ҒӘЛИӘКБӘРОВ.
Өфө ҡалаһы, республика инженер интернат-лицейы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code