Көсөбөҙ самалы ине

Плей-оффҡа саҡ-саҡ эләктек, «Авангард»ты етенсе уйында ғына еңеп, үҙ боҙобоҙҙа «Трактор» менән етенсе осрашыуҙа отолдоҡ. Шулай итеп, тағы ла бурысын үтәй алманы «Салауат Юлаев». Көсөбөҙ самалы ине шул. Сит илдән саҡырылған баш тренер Эркка Вестерлунд та өмөттө аҡламаны. Белгегеҙ килһә, ул «Трактор»ҙың йәш тренеры Әнүәр Ғәтиәтуллиндан еңелде.

Юлаевсылар ҡапҡасыларынан уңманы. Андрей Кареев менән Иван Налимов плей-оффҡа әҙер булмай сыҡты. Ярай әле Бен Скривенс һауығып өлгөрҙө. Ул булмаһа, «Авангард»ты ла еңә алмаҫ инек. Беҙҙең хоккейсыларҙың үҙ ҡапҡаһына күп гол үткәреүендә, әлбиттә, һаҡсыларыбыҙҙың да ғәйебе бар. Тупаҫ хаталандылар, уйын ҡағиҙәһен боҙоп, йыш ҡына штраф ваҡыты алдылар. Бынан «Авангард» та, «Трактор» ҙа оҫта файҙаланды. Шуны ла әйтергә кәрәк: беҙҙең төп һаҡсыларҙың күбеһе олораҡ йәштә ине. Уйын аҙағында улар арыған, хәлдәре бөткән кеүек күренде. Мәҫәлән, Григорий Панинға – 32, Александр Логиновҡа – 31, Филип Ларсен менән Максим Гончаровҡа 28 йәш тулған.
Һөжүм итеүселәрҙән Линус Умарк, Теему Хартикайнен, Йоонас Кемппайнен, Антон Бурдасов, Максим Майоровтарға ғына тәнҡит һүҙе әҙерәк тәтер, ә башҡалар? Илья Зубов та, Әнүәр Лисин да, Владимир Ткачёв та, Дмитрий Саюстов та, Артём Фёдоров та плей-оффта үҙҙәрен күрһәтә алманы. «Трактор»ҙа йәштәр һоҡландырһа, беҙҙә ундайҙар юҡ ине. Һаҡсы Анатолий Елизаров та, һөжүм итеүсе Глеб Кузьмин да һирәк сыҡты боҙға. Тренерҙарыбыҙ йәштәргә ышанып етмәй кеүек.
«Салауат Юлаев» өсөн быйылғы хоккей миҙгеле тамам. Ә Гагарин кубогы өсөн алышты СКА, ЦСКА, «Аҡ Барс» һәм «Трактор» дауам итә.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code