Көйәрмәндәребеҙ Мәскәүҙә лә бар, ә уйын юҡ…

«Захаркин тренер булғанда команда матур уйнай ине. Ә хәҙер көслө хоккейсылар менән дә бер ни килеп сыҡмай. Вестерлунд – клуб тарихында иң насар тренер, бындай уйындарҙы 1994 йылдан алып күргәнем юҡ…»
«0:3 – был беҙҙең ЦСКА алдында көсһөҙлөктө күрһәтә…»
«Ирек абзый Вестерлунд, ҡайтып кит инде Финляндияңа…»
«Кареев, маладис! Команданы күпме ҡот­ҡарҙы. Тик барыбер еңелдек. Йәл, уның тырышлығы ғына етмәй шул…»
«Гел генә Вайсфельдты яҡлап килдем. Хәҙер түҙемлегем бөттө. Команданың насар уйнағанына генераль менеджер ҙа яуап бирергә тейеш…»
Көйәрмәндәребеҙҙең йәне көйә, форумдар­ҙа шундай һүҙҙәр йышайҙы.

«Салауат Юлаев» Мәскәүҙә ЦСКА-нан 0:3 иҫәбенә ҡыйратылды. Бынан алда Братиславала иң артта һөйрәлгән «Слован»ды ла еңә алмағайнылар – 2:3. Командабыҙ аптырата бит. Ә баш тренерыбыҙ Эркка Вестерлунд һаман да артыҡ борсолмаған кеүек. Инде нисәмә тапҡыр матур уйындар вәғәҙә итә, әммә килеп сыҡмай. Бүтән ҡалаларҙың көйәрмәндәре алдында оятҡа ҡалабыҙ.
Линус Умарк, Йоонас Кемппайнен, Илья Зубов, Антон Бурдасов, Артём Фёдоров, Филип Ларсен кеүек көслө хоккейсыларыбыҙ бар. Улар ҙа хәҙер юғалып ҡалды. Әллә баш тренерыбыҙ ҡуйған талапты, уның уйын тактикаһын аңламайҙармы? Командала тәртип аҡһай, күп штраф ваҡыты алабыҙ. Шул арҡала еңеләбеҙ ҙә. Хәҙер беҙҙең хоккейсылар өсөн гол индереү бер бәләгә әйләнде. Күпселектә ҡалып уйнағанда ла шундай хәл. Дәғүәселәрен үҙ биләмәһенә бикләп, шайбаны тегеләй-былай йөрөтә беләләр, ә гол юҡ. Оҫталар бар, тик улар ниңәлер мәргәнлек күрһәтә алмай. Һуҡҡан шайбалары ҡапҡаға инмәй йә ситкә китә.
Еңеләбеҙ ҙә еңеләбеҙ… Яңыраҡ хоккейсыларыбыҙ тренерҙарһыҙ үҙҙәре генә йыйылыш үткәргән. Был ярҙам итерме?
Баш тренерыбыҙға отставкаға ебәреү ҡур­ҡынысы янай, тиҙәр. Уйын булмаһа, клуб етәкселегенең түҙемлеге бөтһә, ни эшләһендәр, әлбиттә, хушлашалар инде. Бөтәһе лә Ярославлдәге, Сочиҙағы һәм Өфөлә «Аҡ Барс» менән алыштарҙан һуң күренәсәк, беленәсәк.
Нисек кенә булмаһын, беҙ, тоғро көйәрмәндәр, юлаевсыларға гел генә уңыштар теләйбеҙ. Әйткәндәй, телевизорҙан Мәскәүҙәге уйынды ҡаранығыҙмы? Баш ҡалабыҙҙа милли кейемдәге көйәрмәндәрҙе күреп, һоҡланып, ғорурланып ултырҙыҡ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code