Көҙгө туристик слёт

Баш ҡаланың «Биатлон» спорт комплексында беҙҙең гимназияның V – XI синыф уҡыусылары өсөн туристик слёт ойошторолдо. Унда атай-әсәйҙәр ҙә килгәйне. Команда һәм уның исеме, йыры менән таныштырыу, аш-һыу оҫталығы, беренсе ярҙам күрһәтеү, велосипедта уҙышыу, дартс, уҡтан атыу, палатка ҡороу, ар­ҡан тартышыу буйынса ярыштар күңелле барҙы.

Слёт аҙағында һәр этап буйынса еңеүселәр билдәләнеп, Маҡтау грамоталары тапшырылды. Икенсе йыл рәттән уҙғарыл­ған был сара күңелдәргә дәрт һәм сәм өҫтәне, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code