Көҙгө биҙәктәр

Көҙ ныҡлап үҙенең урынын биләргә йыйына. Ҡояш та һаран ғына нурҙарын һибә. Иртән һәм кистәрен өшөттөрә. Ағастар күптән төрлө төҫкә инде: һары, ҡыҙыл, һоро… Ошо ваҡытта урманда йөрөргә яратам. Ергә ҡоро япраҡтарҙан балаҫ түшәлгән. Шыптыр-шыптыр килеп атлайһың.

Йәнлектәр ҡышҡа әҙерләнә. Тейен сәтләүек йыя, айыу, терпе йоҡларға йыйына. Ҡоштар йылы яҡҡа оса. Тәбиғәт бер аҙ моңһоуланып ҡалғандай. Ә миңә барыбер ошо ваҡыт оҡшай.

Динислам ҠОТЛОҒУЖИН.

* * *

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы бар. Көҙгөһөн ағастар төрлө төҫтәргә мансыл­ғанда тәбиғәтебеҙгә ҡарап, һоҡланып туя алмайбыҙ. Их, рәссам булһам, һүрәткә төшөрөр инем дә бит…
Был ваҡытта ҡояш иртән ҡалҡа ла тиҙ генә болоттар араһына инеп юғала. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙоная бара. Оҙаҡ көттөр­мәй тәүге ҡар бөртөктәре лә төшөр. Бар тәбиғәт аҡҡа күмелер. Һәр миҙгел үҙенсә ма­тур, мин барыһын да яратам. Көтөп алам.

Әлиә УРАЗБАЕВА, IV синыф уҡыусылары.
Баймаҡ районы, Сыңғыҙ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code