Көҙ – бәшмәк йыйыу мәле

Көҙ – бәшмәк йыйыу мәле. Был ваҡытта уларҙың ниндәйҙәре генә өлгөрмәй. Ҡайһы берҙәре ҡар яуғанға тиклем ултыра. Беҙ барыһын да белеп бөтмәһәк тә, республикабыҙ урмандарында уларҙың 60-ҡа яҡын ашарға яраҡлы төрө бар. Тәмле генә түгел, урман ите файҙалы ла.
Бәшмәктән ниндәй генә ризыҡтар әҙерләмәйбеҙ. Күҙ алдығыҙға шунда уҡ тоҙланған йәки маринадланғаны килеп баҫҡандыр, шулаймы? Ә унан бит иҫ китмәле тәмле билмән эслеге лә, икра һәм башҡа тәмлекәстәр әҙерләргә, төрлө салаттарға ҡушырға ла мөмкин. Шулай итеп…

Бәшмәктән икра

1 килограмм бәшмәккә (баллы, шыршы бәшмәге) 200 грамм кишер, 1 баш һуған, 2 һарымһаҡ тырнағы, тәменсә үҫемлек майы, тоҙ, борос алына.
Бәшмәктәрҙе яҡшылап йыуабыҙ ҙа тоҙло һыу­ҙа 10 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Һуғанды ваҡ итеп турап, майлы табала ҡыҙҙырабыҙ. Ҡырыл­ған кишер, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп, 15 минут томалап бешерәбеҙ. Бешкән бәшмәкте блендерға һалып ваҡлайбыҙ ҙа баяғы табала ҡыҙҙыр­ған массаны һалып бутайбыҙ. Икра әҙер. Уны стерилләнгән банкаларға тултырып, һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Бындай ризыҡты икмәккә яғып ашарға ла, ҡоймаҡ эслеге итеп ҡулланырға ла мөмкин.

Билмән эслеге

Уны әҙерләү өсөн ярты кило тоҙланған бәшмәк, тәменсә ҡаймаҡ, 6 баш һуған кәрәк.
Тоҙланған бәшмәкте һалҡын һыуҙа сайҡатып алырға ла ит турағыс аша үткәрергә. Килеп сыҡҡан фаршҡа ҡаймаҡ, йомортҡа, ваҡ итеп туралған һуған ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Эслек әҙерәк кеүек тойолһа, картуф иҙмәһе ҡушырға ла мөмкин. Ул тағы ла туҡлыҡлыраҡ булыр.
Хәҙер ҡамыр йәйеп, билмәндәр яһарға ғына ҡала. Бәшмәк билмәне ҡаймаҡ менән бик тәмле була.

Бәшмәк ҡушылған винегрет

Был салатты әҙерләү өсөн 2 ҡыҙыл сөгөлдөр, 2 картуф, 1 кишер, 100 грамм консерваланған фасоль, 3 тоҙланған ҡыяр, 1 баш һуған, 300 грамм маринадланған йәки тоҙланған бәшмәк кәрәк буласаҡ.
Бешкән сөгөлдөр, картуф, кишерҙе таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һуғанды ваҡ итеп, ҡыярҙы түңәрәкләп киҫәбеҙ. Шунан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, үҫемлек майы, фасоль һәм бер аҙ бәшмәк өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ. Хәҙер тәрән һауыт алып, төбөнә полиэтилен йәйәбеҙ. Уның өҫтөнә тоҙланған бәшмәктең ҡалған өлөшөн ипләп кенә теҙеп һалабыҙ ҙа әҙер салатты бушатабыҙ.
Винегретты 2 – 3 сәғәт һыуытҡыста тотҡас, һай тәрилкәгә һаҡ ҡына әйләндереп һалабыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code