Кәрзиндәре һоҡландыра

Элина Шириязданова технология уҡытыусыһы Гөләйфә Әкимбәтова менән үҙҙәре яһаған эштәр янында.

Гәзит төрөпкәләренән үрелгән тирмә, кәрзиндәр нисек матур күренә, эйеме? Былар­ҙы дәрестәрҙән һуң VII – VIII уҡыусылары эшләгән. Ташлы мәктәбенең рәсем, технология уҡытыусыһы Гөләйфә Иршат ҡыҙы Әкимбәтова тәүҙә интернет ярҙамында үҙе оҫтарып алған да унан балалар­ҙы өйрәтә башлаған. Ике йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, эштәре бик матур ғына килеп сыға. Ҡайһы бер­ҙәрен йәрминкәләрҙә һатып, аҡсаһына морилка, лак кеүек кәрәк-яраҡтар алалар. Технологиянан район олимпиадаһында ла ҡатнашып торалар икән. Быйылғы уҡыу йылында ике уҡыусыһы – Элина Шириязданова менән Гөлшат Шәңгәрәевалар призёр булыу бәхетенә ирешкән.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Әлшәй районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code