Күршеләр байрамы

Йыл һайын май аҙағында Халыҡ-ара күршеләр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан 38-се моделле балалар китапханаһы хоккей майҙансығында күңелле байрам ойошторҙо. Башта йыйылыусылар ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты.

Ә бер заман Василий Ливановтың «Ҡыш бабай һәм Йәй» китабынан Ҡыш бабай килеп сыҡмаһынмы! Ул балалар менән төрлө уйындар уйнаны, йомаҡтар ҡойҙо. Байрамға килеүсе һәр кем бүләккә уйынсыҡтар, тәмлекәстәр алып ҡыуанды.

Эрика ДҮСӘЕВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code