Күргәҙмә-йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Венера апай улдары Руслан, Арыҫлан менән
уҡыу кейемдәре һайлай.

«Һә» тигәнсе йәйге каникулдың ике айы үтеп китте. Уҡыу йылы башланырға ла күп ҡалманы инде. Республикабыҙҙың һәр район-ҡалаларында мәктәп йәрминкәләре үҙ эшен башланы. Атай-әсәйҙәр йүгереп йөрөп, балаларына уҡыу кейемдәре һайлай, кәрәк-яраҡтар ала.
Баш ҡалабыҙҙың«Баштехинформ» күргәҙмә үҙәгендә йыл һайын «Мәктәп мәле» республика күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола. Унда еңел сәнәғәт предприятиелары ла, шәхси эшҡыуарҙар ҙа тауарҙарын ҡуя.

Шәхси эшҡыуар Әнифә Сәмиғуллинаның һатыу нөктәһендә малайҙар, үҫмерҙәр өсөн бөтә үлсәмдәге костюмдар тәҡдим ителә. Хаҡы – 4 мең һум. Күлдәктәрҙең дә төрлө төҫтәгеһе бар. Уларҙы – 450, галстукты – 200, джемпер, салбарҙарҙы 1 меңгә алырға була.
Ә Ольга Пантелееваның малайҙар өсөн костюмы – 2 мең 500, үҫмерҙәрҙеке – 4 мең һум. Күлдәктәре 500 – 800-гә һатыла. Галстуктар 200 – 400 һум тора.

Беренсе синыфҡа йыйыныусы
Адэлия Сәләхетдинова.

– Аяҡ кейемдәре күптән алдыҡ инде. Әле малайҙар­ға салбар, күлдәк, портфель ҡарайбыҙ. Йыл һайын уҡыуға кейемдәрҙе ошо йәрминкәнән алабыҙ, һатыусылар ҙа беҙҙе әллә ҡайҙан уҡ танып тора, – ти Өфө районының Михайловка ауылы­нан килеүсе Венера Риянова.
Улдары Руслан быйыл – III, Арыҫлан VII синыфҡа барырға йыйына. Үткән уҡыу йылын уңышлы ғына тамамлағандар, быйыл да һынатмаҫҡа иҫәптәре.
Баш ҡаланың 38-се мәктәбенә VI синыфҡа уҡырға барасаҡ Даниэла Саттарова әсәһе менән уҡыу формаһы һайларға килгән. Әле береһен, әле икенсеһен кейеп ҡарай. Шәхси эш­ҡыуар Флү­зә Зарипова һатҡан ерҙә­ге күлдәкте бик оҡшатты. Теге­леше лә үҙенә бик килешеп тора.
Ә бында хаҡтар нисек икән, тип ҡыҙыҡһынып киттек. Ҡыҙ­ҙарға күлдәктәр 2 мең 500-ҙән башлана, ә блузкалар – 850 һумға тиклем.
– Тауарҙарыбыҙ Польшаныҡы, бик сифатлы, ныҡ. Шуға ла бер алғандар икенсе йылына ла килә, – ти һатыусы.
Күргәҙмә-йәрминкәлә портфель-сумкаларҙың хаҡтары былтырғынан әллә ни үҙгәрмәгән, 500 һумдан 5 меңгәсә тирбәлә. Барыһы ла үҙебеҙҙең Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары фабрикаларында етештерелгән тауарҙар.
– Һатып алыусылар бармы? – тип һорашабыҙ шәхси эшҡыуар Ольга Пчёнкинанан.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатып алыусылар йылдан-йыл кәмей. Баш ҡалала төрлө магазиндар­ҙың күп булыуы ла тәьҫир итәлер инде, – ти.

Даниэла Саттароваға ошо күлдәк оҡшаны.

Шәхси эшҡыуар Әлфиә Яугилдинаның һатыу нөктәһендә лә уҡыусылар өсөн сумкалар­ҙың ниндәйе генә юҡ! Күңелеңә оҡшағанын һайла ғына. Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн ортопедик арҡалылары ла бар. Улар «Mike Mar», «Grizzly» теген фабрикалары етештергән.
Стәрлетамаҡтан «Кейем» фабрикаһының малайҙар, үҫмерҙәр, өлкәнерәктәр өсөн кос­тюм хаҡтары – 2 мең 700-ҙән 3 мең 200-гә ҡәҙәр. Барлыҡ үлсәмдәр ҙә ҡуйылған. Салбарҙар 1 мең 150 – 1 мең 300 һум менән һатыла. Ҡыҙҙар өсөн сарафандары ла матур ғына. Хаҡы – 1 мең 300-ҙән 1 мең 800-гә тиклем. Ҡыҙҙар, малайҙар өсөн жилетты 850 – 1 мең һумға алырға була.
«Радуга» фабрикаһы ҡыҙҙар өсөн әйберҙәр тегә. Уҡыу формалары – 1 мең 200 – 1 мең 800, алъяпҡыс­тар – 200 – 850 һум. Һатыусы Нелли Ғәйҙуллина әйтеүенсә, республикабыҙҙың күп мәктәп уҡыусылары бында кейенә, килешеүҙәр төҙөп, бер аҙ ташлама ла яһай­ҙар.
Ана, Нуриман районы Ҡы­ҙылъяр ауылынан килгән Адэлия Сәләхетдинова ла ата-әсәһе менән ошо урынға туҡталды. Уҡыу формаһы алырға килгәндәр. Алмашлап кейер өсөн бер нисә алъяпҡыс та ҡаранылар. Ҡыҙ­ҙары I синыфҡа уҡыр­ға бара. Уҡыу йылы башланыуын бик түҙемһеҙләнеп көтөп ала ҡыҙ. Уҡырға ла өйрәнгән.
Күргәҙмә-йәрминкә Киров урамы, 15-се йорт адресы буйынса ял көндәрендә лә эшләй: эш ваҡытында – иртәнге 10-дан киске 8-гә, шәмбе, йәкшәмбе – 10-дан 19 сәғәткә тиклем. Рәхим итегеҙ!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code