Күп илдәрҙе күргән ҡурайсы

Башланғыс синыфтар өсөн «Ҡурай» байрамы үткәрелде. Уны III синыф уҡыусылары уҡытыусылары Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужина менән бергәләп ойошторҙо. Сара был моңло уйын ҡоралы тураһында шиғырҙар менән асылып китте. Өсөнсө синыфтың ҡыҙҙары һәм малайҙары дәртле итеп бейене. Шулай уҡ Гүзәлиә Сәйфуллинаның «Кәкүк», Лиана Ғәлиуллинаның «Тыпырҙаҡ» исемле бейеү­ҙәре байрамға йәм өҫтәне.

Матур тантанаға ауылыбыҙҙың күренекле шәхесе, Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, ветеран уҡытыусы Мөхәмәт Уҫман улы Түләбаев та саҡырылғайны.
– Мин 15 йәшемдә ҡурай тарта башланым. Уны күкрәктән сыҡҡан тын менән уйнау дөрөҫөрәк. Элегерәк Шығай мәктәбендә ҡурай түңәрәге булды. Һуңғы йылдарҙа был эш һүнеп ҡалды, ә балаларҙың уйнарға телә­ге бик ҙур. Йәштәрҙән бе­рәй­һе ойоштороп ебәрһә, яҡ­шы булыр ине, – тип һөйләне ул.
Хөрмәле ветераныбыҙ Шы­ғай мәктәбендә 40 йылдан ашыу биология уҡытыусыһы булып эшләй. Уға күп илдәрҙе – Франция, Япония, Һиндос­тан, Сүриәне күреү бәхете тейә. Һәр береһенән алып ҡайтҡан иҫтәлекле әйберҙәре, сувенирҙары менән дә таныштырҙы.
Мөхәмәт ағай балаларға ҡурай тураһында легенда һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап та бирҙе.

Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА.
Белорет районы,  Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code