Күмәкләп өмәгә сыҡтыҡ

Ауылыбыҙҙы сүп-сар баҫыуы йәнде әрнетә. Ошоно күреп, Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең иң әүҙем уҡыусылары «Ауылыбыҙ таҙалығы – беҙҙең ҡулда» тигән экологик өмә үткәрергә ҡарар итте. Унда V – XI синыф ҡыҙҙары һәм малайҙары йәлеп ителде. Майҙың матур бер көнөндә барыһы ла дәррәү йыйылып, һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән эште үтәне. Бишенселәр таҙалыҡҡа әйҙәп, ауыл буйлап буклеттар, флаер­ҙар таратһа, VIII «А»лар сүп-сар күпләп ташланған урындарға шун­дай уҡ саҡырыуҙар менән иҫкәрмәләр ҡуйып сыҡты. Уҡыу­сылар яңы биҫтәләге быуаны ғәмһеҙ кешеләр ташлаған ҡыйҙан да таҙартты.

Бындай өмәләрҙе йышыраҡ үткәреп, үҙебеҙҙең ял иткән, йәшәгән урындарыбыҙҙы йыйыштырып торһаҡ, ауылыбыҙ тағы ла матурайыр, күркәмләнер, тигән өмөттәбеҙ. Онотмайыҡ, тәбиғәт – тормош сығанағы ул. Таҙа урында йәшәүе лә күңелле!

Айгөл РӘСЕМБӘТОВА, өлкән вожатый.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code