Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Ҡәҙимге көн. Төштән һуң мәктәп гөрләп тора: кемдер өҫтәмә дәрескә, берәүҙәр түңәрәккә килгән, ә беҙ синыфташтарым менән шахматҡа йыйыл­ғайныҡ. Бер мәл тәҙрәнән көслө ут ялҡыны күренде. Фәнил ағай­ҙарҙың йорт ҡураһында ут сыҡҡан! Янғын һүндереү машинаһында ауыл хакимиәтендә шофёр булып эшләүсе Хәйҙәр ағай елдереп килеп тә етте.

Беҙ синыфташ ҡыҙҙар менән биҙрәләр алып, йылға буйына йүгерҙек. Оло ағай, апайҙар һыу килтереп, янғын машинаһының багына ҡойоп торҙо. Мәктәп уҡыу­сылары һәм уҡытыусылар, ауылдаштарым берҙәм булды. Ә ут оҙаҡ бирешмәне. Район үҙәгенән дә янғын һүндереү машинаһы килде.
Берҙәмлектә – көс, тигән кеүек, күмәкләп тотонғас, янғынды еңә алдыҡ. Тик башҡаса бәлә килмәһен инде. Уттан һаҡ булайыҡ!

Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code