Күңелле каникул көндәре

Бына көтөп алған Яңы йыл да килеп етте. Мәктәптәрҙә үткәрелгән Шыршы байрамдарынан һуң күңелле ҡышҡы каникул башланды. Уны һәр кем үҙенсә уҙғарырға тырыша. Ҡаланыҡылар ауылға ҡунаҡҡа ҡайтһа, ауылдыҡылар Өфөгә юлланды. Баш ҡалабыҙ ҡыш көнө бигерәк матур биҙәлә шул! Һоҡланып туймайһың!

Ә мин һеҙгә үҙемдең нисек ял итеүем тураһында һөйләйем әле. Тышта көндәр матур тор­ғанда өйҙә генә сыҙап ултырып буламы ни?! Ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағына ашыҡтыҡ. Был юлы беҙ үҙебеҙ менән дуҫтарыбыҙ Ғиндуллиндарҙы ла эйәрттек. Ни тиһәң дә, бергә күңеллерәк тә инде. Юлға атайым, әсәйем, апайым Лилиана, Флүр ағай, Ҡәҙриә апай, Алина, Дания һәм мин – саңғыла, ә ҡус­тым Дамир – кәритәлә, Ынйы тюбингта сыҡтыҡ.
Биш саҡрым аралағы Ҡулстан­ға тиҙ барып еттек. Ә унда, әйтерһең дә, мөғжизәләр урыны! Ҡышҡы урман иҫ китмәле, ғәжәп матур шул! Унда рәхәтләнеп тау шыуып, туйғансы уйнап алғас, бергәләп ҡайнар сәй эсеү ҙә күңелле булды. Урманда ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй икән. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшә башлағайны инде.
Икенсе көндө Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйгә өләсәйем менән ҡартатайыма ҡунаҡҡа киттек. Беҙҙе һағынып көтөп тор­ғандар икән. Үҙебеҙ генә булманыҡ унда. Яныбыҙға ике туған ағайҙарым Артём менән Алмаз да килеп етте. Улар менән бергәләп һырғалаҡҡа барҙыҡ, конькиҙа шыуҙыҡ, ә ҡустым Дамир бәләкәй тауҙа рәхәтләнде генә. Беҙ көндәребеҙҙе уйнап ҡына уҙғарманыҡ, һеңлем менән өй йыйыштырҙыҡ, һауыт-һаба йыу­ҙыҡ, гөлдәргә һыу һиптек.
Бына шулай каникулым ҡыҙыҡлы үтә. Китап, гәзит-журналдар ҙа уҡыйым. Рәхәтләнеп ял итеп, беҙ мәктәпкә көс йыйып барасаҡбыҙ.

Аделина ҠАШҠАРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code