Күңелдәрендә – илһөйәрлек тойғоһо

Буласаҡ ил һаҡсылары ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ҡыйыу, батыр, аҡыллы, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, улар рәтенә сәләмәт тормош яҡлыларҙы, спорт һөйгәндәрҙе лә индерергә кәрәк. Интернат-гимназияның VIII «А» синыфы уҡыусылары ошо сифаттарға эйә булырға тырыша ла инде.

Бағышлау тантанаһынан һуң.

Урал аръяғы райондарының талантлы уҡыусыларын туп­лаған белем усағының бер үҙенсәлеге бар: бында VII – IX синыфтарҙа малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым белем ала. Был иһә тәүгеләре араһында лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәтле. Шулай булмай, дәрестәрҙә малайҙар ҡыҙҙар артына боҫоп ултырмай хәҙер, саралар уҙ­ғарыуҙы ла үҙ өҫтөнә алалар.
Күптән түгел шау малай­ҙар­ҙан торған VIII «А»лар кадетлыҡҡа ҡабул ителде. Буласаҡ һалдат­тар­ҙың шатланғанын күр­һәгеҙ! Күктең етенсе ҡатында той­ҙолар үҙҙәрен. Тантаналы сараға балаларының ҡыуанысын уртаҡлашырға ата-әсәләре, туғандары ла килеп еткәйне.
– Кадет булыу ҙур яуап­лылыҡҡа тиң. Ул – үҙ иленең патриоты. Тыуған иленең намыҫына тап төшөрмәй, уның үткәне менән ғорурланған ил һаҡсыһы, – тине кадетлыҡҡа бағышлау сараһын асып, интернат-гимназияның директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова. – Был мәктәпте үтеүселәр бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй туғандарына, дуҫтарына өлгө лә булып торасаҡ.
Уҡыу алдынғыһы Ғайса Ғәлләмов флаг күтәргәндән һуң, ҡаланың «Ба­рыҫ» ветерандар йәмғиәте рәйесе Рәсүл Аманов малай­ҙарға изге теләктәрен еткерҙе. Унан һуң инде һәр «йәш һалдат» ант ҡабул итте.
– Тәрбиәсе Вәзирә Аб­дуллина менән берлектә хәрби йүнәлеш төрлө яҡлап өйрәнелгән, махсус программа булдырылған, формалар алынған, – ти Роза Хаммат ҡыҙы. – Ата-әсә­ләр йыйылышында ла ҡарар ыңғай ҡабул ителде.
Беҙҙең эш хәрби әҙерлеккә, шул иҫәптән спорт һәм туризмға, йүнәлтелгән. Көн һайын күнекмәләр уҙғарыла, туристик походтарға, ярыштарға йөрөйбөҙ. Уңыштар ҙа бар. Туризм буйынса ҡала кимәлендә I урын яуланыҡ. Кадетлыҡҡа ҡабул итеү малайҙарҙы дәртләндермәй ҡалманы. Өлгәш сифатының күтәрелеүе ошо хаҡта һөйләй.
Ысынлап та, кадет синыфын булдырыу үҙ эсенә бихисап әһәмиәтле бурыс­тар­ҙы һәм маҡсаттарҙы ала. Тәүгеһе – үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү. Икенсенән, спорт менән дуҫ булғандар тормош мәғәнәһен нығыраҡ аңлай һәм яңынан-яңы үрҙәргә ынтыла. Үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуя. Ә иң мөһиме – хәрби әҙерлек характерҙы сыныҡтыра, балаларҙы көслө ихтыярлы һәм сәмле итә.

Нил ҒАЗИН.

Уңыштар һеҙгә, кадеттар!

Беренсе тапҡыр илебеҙҙә кадеттар корпусы Анна Ио­нов­на указы буйынса 1731 йыл­да булдырыла һәм әлеге көнгә тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә илһөйәр, яуаплы, көслө рухлы, патриот, намыҫлы егеттәр тәрбиәләнә. Хә­ҙер беҙҙең интернат-гимназиябыҙҙа ла кадеттар белем аласаҡ.
Уларҙың кадет исеменә тап төшөрмәй, рухлы, ҡыйыу, әҙәпле, ярҙамсыл, бүтәндәргә өлгө булып ҡалырына ышанабыҙ.
Кадеттарҙы бағышлау тантанаһына әҙерләгән синыф етәкселәре Фәрит Биктимер улы Харрасовҡа һәм тәрбиәселәре Вәзирә Борхан ҡыҙы Абдуллинаға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Уңыштар һеҙгә, кадет егеттәребеҙ!

Лиана СӘҒИТОВА, йәш хәбәрсе.
Сибай интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code