Күҙ теймәһен үҙенә

Шул тиклем дә алсаҡ, теремек бала булыр икән! Әле генә һинең менән танышып та ала, күп тә үтмәй, бытырлығын сығып, хәбәрен һөйләй ҙә башлай. Үҙенең белмәгәне юҡ тағы. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Фирзәлиә Ҡарамышева тураһында һүҙем.

IV синыфта ғына уҡыһа ла, мәктәптәрендәге музей экспонаттары менән килгән ҡунаҡтарҙы ул таныштыра. Концертта ла ҡатнаша. Нисек өлгөрә икән? Уҡытыусыһы Гөлшат Әмир ҡыҙы Сәғитова әйтеүенсә, Фирзәлиәнең килмәгән яғы юҡ. Йырлай ҙа, бына тигән итеп бейей ҙә. Шиғырҙар ҙа ижад итә. Беренсе синыфтан «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Былтыр район кимәлендә II урын алған. Беренсе синыфта «Сулпылар» республи­ка бәйгеһендә көсөн һынап ҡараған. Финалға сыға алмаһа ла, унда ҡатна­шыу үҙе ни тора! Уҡыуҙан да шәп, ин­глиз теленән генә «дүртле»һе сыға. Ҡал­ған фәндәрҙән «бишле»ләргә генә өлгәшә.
– Бәләкәйҙән йырларға, бейергә әүәҫмен, – ти ҡыҙ. – Ваҡытымды бер ҙә бушҡа уҙғармайым. Спорт менән дә дуҫмын. Йүгерергә яратам. Ҡышҡыһын конькиҙа, саңғыла шыуам. Уҙған йыл Белоретта Советтар Союзы Геройы Александр Серебрянников призына үткән саңғы ярышында беренсе урын алып ҡайттым.
Ысынлап та, шәп ҡыҙ инде Фирзәлиә. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнәләр. Ул – иң өлкәне, Ильяс ҡустыһы менән Лилиә һеңлеһенә лә өлгө алырҙай апай. Әсәһенә оло ярҙамсы. Бер эштән дә ҡурҡмайым, ти үҙе лә. Өләсәйҙәрен дә бик ярата. Шулай булмай, улар ҙа ейәнсәрҙәренең һәр башланғысын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар бит.
Фирзәлиәгә иһә һәр ваҡыт асыҡ, һөйкөмлө булып ҡалыуын теләйбеҙ. Шулай бер ҡасан да һынатма, йәме!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code