Йырла, егет, киреп киң күкрәгең!

Әгәр ҙә минән: «Башҡорт эстрадаһында иң-иң яратҡан йырсың кем?» – тип һораһалар, уйлап та тормай, Сәйет Сәйетғәлин, тип яуап бирер инем. Йәш, матур, көслө тауышлы йырсы «Йәшлек шоу – 2016» республика йәштәр фестивалендә беренсе урын алғайны, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр дипломанты ла үҙе. Булмаһа, әйҙәгеҙ, уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

– Сәләм, Сәйет ағай! Кәйефтәр нисек?
– Бик яҡшы!
– Әйҙәгеҙ, башта бала сағығыҙ, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һин уҡығанда күберәк ниндәй билдәләр ала торғайның? Моғайын, «өслө»ләр ҙә булғандыр?..
– Юҡсы, мин тик «бишле»­ләр­гә генә өлгәштем. Дәрестәргә һәр ваҡыт ентекле әҙерләнеп йөрө­нөм.
– Афарин, ҡайһылай маладис бул­ған­һың. Ә ҡайҙа белем алдың?
– Салауат районының Урмансы мәктәбендә.
– О-о-о, яҡташтарбыҙ икән. Мин дә сығышым менән Салауат районынан. Мәктәп йылдарыңда һине оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙар күп булғандыр ул?
– Үҙем дә белмәйем, бик мөмкин. Ул ваҡытта мине тик футбол һәм компьютер уйындары ғына ҡы­ҙыҡһындыра ине шул.
– Сәйет ағай, һин йырсыһың. Моғайын, репетицияларҙан баш сыҡмайҙыр инде, эйеме? Шулай ҙа буш ваҡытың булһа, уны нисек үткәрәһең?
– Иртәнән кискә тиклем эштә булам, һуңынан репетициялар башлана. Буш ваҡытым ҡалһа, компьютер артында ултырам, «YouTube»та ҡыҙыҡ видеояҙмалар ҡарайым. Спортҡа ла ваҡыт бүлергә тырышам.
– Әлеге ваҡытта яратҡан ҡыҙың бармы? Яҡын дуҫтарың? Кешеләрҙә иң оҡшаған сифат?
– Һөйгән ҡыҙым әлегә юҡ, сөнки буш ваҡыт булған саҡта йышыраҡ рок-группа менән репетицияларға биреләм. Яҡын дуҫтарым да аҙ, ә уларҙың иң-иңе әлеге ваҡытта армияла. Эскерһеҙ, мәрхәмәтле кешеләр оҡшай.
– Яҡын арала ҡайҙа һәм ҡасан сығыш яһаясаҡһың?
– Яңыраҡ Инвалидтар ижад йортонда рок-группам менән сығыш яһаным. Тағы ла буласаҡ әле концерттарым.
– Рәхмәт, Сәйет ағай. Үҙеңдең тамашасыларыңды, ижадыңа табыныу­сыларҙы яңынан-яңы йырҙарың менән ҡыуандырып ҡына торорға яҙһын. Уңыштар һиңә!

Руфина ЛОҠМАНОВА әңгәмәләште.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code